Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август 2020, 22:00

Әсәйебеҙҙе үлтергән вәхшиҙе ҡарарға тейешбеҙме?

...Баҡһаң, ҡустым менән икебеҙҙе полициянан эҙләйҙәр икән. Атайым беҙҙе алиментҡа биргән... Әҙәм аҡтығы балаларын иҫенә төшөргән.

Бала сағым бәхетле үтте тип әйтә алмайым. Иҫ белә башлағандан бирле һәр ваҡыт күҙ алдымда иҫерек атай, ҡурҡыуынан ҡалтыранған әсәй булды.

Атайым эсеп ҡайта ла әсәйҙе туҡмай башлай. Унан ҡустым менән икебеҙгә йәбешә. Мин ҙурыраҡ булғас, туҡмаҡтың нығырағы эләгә. Үҙем дә, әсәй менән ҡустымды яҡларға тырышып, иҫерек атайға алдараҡ барып йәбешә инем шул.

Әсәйем ниңә түҙеп йәшәгәндер, әле һаман аңлай алмайым. Кемгә-кемгә, ә беҙгә ундай атай һис тә кәрәкмәй ине бит. Ауылда йәшәгәс, кешенән оялдымы икән? Китергә урын юҡ тинеме? Был һорауҙарға бөгөн дә яуап таба алмайым.

Берҙән-бер көн йәнә эсеп ҡайтҡан атай әсәйҙе айырыуса ҡанһыҙ туҡманы. Ҡәҙерлебеҙ ике көн тора алманы. Атайым уға иғтибар ҙа итмәне, ә беҙ бәләкәй инек шул. Күршеләр белеп ҡалып табип саҡыртҡанда һуң ине инде – әсәйем йән бирҙе...

Атайҙы төрмәгә ултырттылар. Беҙҙе, мәктәпкә яңы уҡырға төшкән балаларҙы, әсәйемдең алыҫ бер туғаны ҡалаға алып китте. Светлана апайға ғүмеребеҙ буйы рәхмәтлебеҙ. Әллә ни бай йәшәмәһәк тә, ул беҙҙе кеше алдында кәм-хур итмәне. Тамағыбыҙ туҡ, өҫтөбөҙ бөтөн ине. Ә иң мөһиме - йортобоҙға һәм күңелгә тыныслыҡ килде: иҫерек атай, туҡмалыуҙар онотолдо.

Әле мин кейәүҙә, ике ул үҫтерәм. Ирем - яҡшы кеше, иң мөһиме - эсмәй. Декрет ялында булғас, аҡса яғынан бер аҙ ауырлыҡ бар, сөнки ипотека түләйбеҙ. Ҡыҫҡаһы, күптәр кеүек һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, тыныс тормошобоҙ йәнә боҙолдо.

Бер көн бала сағыбыҙ үткән ауылдан шылтыраттылар: ҡустым менән икебеҙҙе полициянан эҙләйҙәр икән. Ни өсөн тиһегеҙме? Атайым беҙҙе алиментҡа биргән... Ғүмер буйы йүнле тормош күрһәтмәгән, йәш кенә әсәйемде ҡара ергә тығып ҡуйған әҙәм аҡтығы балаларын иҫенә төшөргән. Ауылдаштар әйтеүенсә, ул алты-ете йыл самаһы элек төрмәнән сыҡҡан. Бер ҡатынға инеп йәшәп тә маташҡан. Тик уныһы эскесе ялҡауға түҙмәгән, ҡыуып сығарған. Эшләргә теләмәгән атайыбыҙ ҡустым менән минең барлыҡты иҫенә төшөргән, һәм кемдер уға алиментҡа бир тип аҡыл өйрәткән. Хәҙер беҙҙе полиция менән эҙләтеп ята, әйтерһең, енәйәтселәрбеҙ.

Ҡустым йыраҡта, икенсе төбәктә йәшәй, уның эҙенә төшә алмаясаҡ. Ә мине тиҙ табасаҡтар. Юрист менән кәңәшләшкәйнем, закон уның яғында тип тағы бер шаҡ ҡатырҙы. Тимәк, мин, үҙемдең ғаиләмдең ауыҙынан өҙөп, шул әҙәм аҡтығына алимент түләп ятырға тейешменме? Нисек кенә ҡотолорға икән унан? Тик, зинһар, намыҫ, бала бурысы тураһында һөйләмәгеҙ, ундай тойғоларға лайыҡ түгел ул...

Фото: profflawyer.ru

Читайте нас: