Йәмғиәт
25 Августа 2020, 11:31

Берәҙәк хайуандар ҙа йән эйәһе...

Башҡортостанда хужаһыҙ йорт хайуандарына мөнәсәбәт ҡырҡа үҙгәрергә тейеш. Бөгөн хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә тураһында закон үҙ көсөнә инде, тип хәбәр иттеләр Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа.

Башҡортостанда хужаһыҙ йорт хайуандарына мөнәсәбәт ҡырҡа үҙгәрергә тейеш. Бөгөн хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә тураһында закон үҙ көсөнә инде, тип хәбәр иттеләр Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа.


Яңы мөнәсәбәт системаһы хайуандарҙың да ҡурҡыуҙы, ауыртыуҙы тоя торған һиҙгер йән эйәһе икәнлеген иҫәпкә алып, уйланып төҙөлгән. Хәҙер уларҙы балалар булған ерҙә ауларға ярамай. Приюттарҙа тәрбиәләү, элекке хужаһына ҡайтарыу ҡағиҙәләре ентекле аңлатылған.


Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Конс­тантин Толкачев әйтеүенсә, закон акты хайуандар менән бөтә мөғәмәлә системаһын гуманлаш­тырыуҙы күҙ уңында тота. Берәҙәк хайуандарҙың һанын да гуманлы юл менән көйләү ҡарала, шуның иң тәьҫирлеһе – стерилләштереү.
Читайте нас