Йәмғиәт
28 Августа 2020, 13:18

Конкурс тамамланһа ла, рубрика дауам итә

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Беҙҙең бәйге һәүәҫкәрҙәр өсөн ине. Шулай булһа ла, ҡатнашыусылар араһында профессиональ фотографтар ҙа булды. Һис шикһеҙ, уларҙың сифатлы, матур эштәре беҙҙең гәзитте тағы ла йәмләне, үҙенсәлекле бер биҙәк булды. Профессиональ фотограф­тарға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ, ә еңеүселәрҙе һәүәҫкәрҙәр араһынан билдәләйбеҙ.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!


Беҙҙең бәйге һәүәҫкәрҙәр өсөн ине. Шулай булһа ла, ҡатнашыусылар араһында профессиональ фотографтар ҙа булды. Һис шикһеҙ, уларҙың сифатлы, матур эштәре беҙҙең гәзитте тағы ла йәмләне, үҙенсәлекле бер биҙәк булды. Профессиональ фотограф­тарға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ, ә еңеүселәрҙе һәүәҫкәрҙәр араһынан билдәләйбеҙ.


Бына улар – Дыуан районы Мәсәғүт ауылында йәшәгән Рәмзиә Иштуғанова, Әбйәлил районы Йәнекәй ауылынан Физәлиә Әхмәтйәнова, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Эльмира Әһлиуллина.


Һеҙҙе бағыусыбыҙ Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге әҙерләгән косметик йыйылмалар көтә. Уны редакциянан килеп алырға кәрәк буласаҡ.


“Мин Мәсетле районының Яңы Яуыш ауылынан Мәрйәм Ғәлимова булам. Ауылыбыҙ бик матур, үҙенсәлекле урында урынлашҡан. Мәғрур тауҙар, бормаланып аҡҡан Әй йылғаһы уны тағы ла йәмлерәк итә. Үҙем ошо ауылда китапханасы булып эшләйем. Төрлө ерҙәрҙә булғанда ла, эшем буйынса ла йыш фото төшөрәм. Матур, иҫтәлекле урындарҙы бигерәк тә. Ҡайһы ваҡыт уйламағанда һоҡланғыс күренештәр, ғәҙәти булмаған үҫемлектәр осрай. Һуңғы ваҡытта ейәнсәремде лә бик теләп фотоға төшөрәм”, – тип яҙҙы беҙгә сираттағы бәйгесебеҙ.


Хөрмәтле, гәзит уҡыусылар!

Йыл башында иғлан ителгән ижади фотобәйгебеҙ бөгөн тамамлана, әммә “Йәшәйеш ул – үҙе бер миҙгел!” рубрикаһы гәзит биттәрендә даими донъя күрәсәк, матур, уңышлы фотоһүрәттәрегеҙҙе редакцияға ебәреүҙе дауам итегеҙ.


Ысынлап та, фотобәйге уҡыусыларыбыҙға ла, беҙгә лә бик оҡшаны, гәзиткә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырҙы, яңы авторҙар йәлеп итте, шуға күрә уны шишәмбе һандарында даими рубрика булараҡ ҡалдырырға ҡарар иттек. Һәр ваҡыттағыса, һеҙҙән хозур тәбиғәт күренештәре, замандаштар, йәнлектәр, төрлө мәлдәр сағылдырылған матур, йәнле ижади эштәр көтәбеҙ. Адресыбыҙ ҙа шул килеш ҡала: alfia.85@bk.ru йәки bashkortostan.gazeta@mail.ru

Читайте нас