Йәмғиәт
31 Августа 2020, 18:15

“Транспорт сәғәте”: ниндәй мәсьәләләр көнүҙәк?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” тәртибендә сираттағы тематик кәңәшмә үткәрҙе.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” тәртибендә сираттағы тематик кәңәшмә үткәрҙе. Уның төп темаһы – Өфөлә йәмәғәт транспортының эше, Уҡыусы картаһының мөмкинлектәрен киңәйтеү, төбәктә һыу транспортын үҫтереү.
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев кәңәшмәлә “Башҡортостан йылға пароходлығы” йәмғиәтенең эшмәкәрлеге тергеҙелгәндән һуң эш хаҡы буйынса ағымдағы һәм кредитор бурысын, бюджетҡа һалым һәм йыйымдарҙы түләүе, 14 судноны ремонтлауы тураһында һөйләне. Бер миҙгелдә йылғасылар 200 мең тоннанан ашыу ҡом-ваҡ таш ҡатнашмаһы сығарып ташыған, әле предприятиеның үҙәк йөк терминалында ағас ташыу буйынса һөйләшеүҙәр бара.
Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Рәфит Йәғәфәров Өфөләге транспорт селтәрен реформалауға ҡағылышлы эш тураһында мәғлүмәт бирҙе. Махсус ойошторолған эш төркөмө ҡала транспорты маршруттарына анализ яһап, бер-береһен ҡабатлаған һәм артыҡ маршруттар исемлеген әҙерләгән. Бегестәр баш ҡалалағы 122 маршруттың 49-ын бөтөрөп, Өфө райондары аша үткән яңы һигеҙ маршрут булдырырға тәҡдим итә. Эш төркөмө маршруттар буйынса хәрәкәт интервалын нигеҙләргә, пассажирҙар ағымын иҫәпләргә, төрлө һыйҙырышлыҡтағы автобустарҙы файҙаланыуҙың маҡсатҡа ярашлылығын раҫларға тейеш. Был эште 2021 йылдың сентябренә тамамлау күҙаллана.
– Өфөлә транспорт проблемаһын йылдам хәл итербеҙ тип уйлағайныҡ. Күреүебеҙсә, был хәл оҙаҡҡа һуҙылды, – тине Радий Хәбиров. – Нисек кенә булмаһын, 2021 йылдың сентябренә бөтә инфраструктураның әҙер булыуы фарыз. Яңы автобустар тураһында ғына һүҙ бармай. Заманса туҡталыштар, “Алға” картаһы, юғары сифатлы хеҙмәтләндереү, навигация булырға тейеш. Быларҙың барыһын да коммерцияға ҡараған ташыусылар менән хеҙмәттәшлек итеп башҡарырға кәрәк.
“Башҡортостан социаль карталар регистры” йәмғиәте директоры Руслан Нурғәлиев әйтеүенсә, былтыр майҙан алып 400 меңгә яҡын “Алға” картаһы сығарылған. Уны һатыу нөктәләре бөтә республика буйынса асылған. “Алға"ны һәм Уҡыусы карталарын үҫтереү мөмкинлектәренә килгәндә, Руслан Нурғәлиев алда ҙур бурыстар тороуын билдәләне. Атап әйткәндә, шәхси ташламалар, льготалар тәҡдим итеп, транспорт карталарын персонификациялау, сауҙа предприятиеларында карта буйынса ташлама биреү, социаль функционалды арттырыу тураһында һүҙ бара. Уҡыусы картаһына килгәндә, ул әле үк электрон көндәлек аша ата-әсәнең ситтән тороп күҙәтеүен тормошҡа ашырыу, мәктәптәге буфеттарҙа карта ярҙамында иҫәпләшеү мөмкинлеген бирә. Киләсәктә уны ҡулланып, сауҙа селтәрҙәрендә әйбер һатып алырға ла буласаҡ.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин кәңәшмәлә 14 сентябрҙән Уҡыусы картаһына яңы ҡушымтаның ғәмәлгә инеүе тураһында хәбәр итте. Ул ата-әсәгә баланың мәктәптә туҡланыу сифатын контролдә тотоу мөмкинлеген бирәсәк. ”Мәғариф” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһындағы модуль ярҙамында һәр ата-әсә мәктәптә туҡланыу йәһәтенән проблемалар хаҡында хәбәр итә аласаҡ.
– Коронавирус шарттарында беҙ ҡулаҡса файҙаланыуҙы мөмкин тиклем кәметергә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә мәктәптә туҡланыу өсөн түләүҙә “Алға” картаһын ҡулланыу мөмкинлеге тураһында уйланығыҙ.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас