Йәмғиәт
1 Сентябрь 2020, 15:45

Радий Хәбиров үҙе киләсәк

Яңауыл районында эш сәфәре дауам итә.

“Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы” проекты үҙ эсенә Яңауылдың бөтә тарихи үҙәген төҙөкләндереүҙе ала. 86 миллион һумлыҡ эштәрҙе федераль субсидиялар иҫәбенә башҡаралар. Ҡала уны Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында еңгәндән һуң алғайны. Ошо уҡ конкурста еңеп, республиканың тағы дүрт бәләкәй ҡалаһы был субсидияға лайыҡ булғайны. Быйыл да ошо конкурста ҡатнашыу өсөн Башҡортостан йәнә 12 заявка әҙерләгән.
Төҙөкләндереү биләмәһендә Яңауылдың төп йәмәғәт һәм сауҙа учреждениелары, мәғариф, мәҙәниәт, спорт, күңел асыу объекттары ингән. Белгестәр баһалауынса, бында көнөнә биш меңдән ашыу кеше үтә.
2,5 гектар майҙандағы төҙөкләндереү эштәре быйыл августа башланған. Төҙөүселәргә 10 мең квадрат метрҙан ашыу ҡаты япма түшәргә, яҡтылыҡ һәм видеокүҙәтеү системалары ҡуйырға кәрәк.
Төҙөкләндереү программаһы менән бергә ҡаланың башҡа инфраструктура проекттарын да бергә алып барырға ҡарар иткәндәр. Был исемлек эсенә “Яңауыл” станцияһында йәйәүлеләр күпере, күп фатирлы йорт һәм сауҙа-сервис урындары төҙөү, “ҡыҙыл линия”лағы фасадтарҙы ремонтлау инә.
Беренсе сират – Яңауылдың Шыршы майҙаны – быйыл ноябрҙә әҙер буласаҡ. Әле инженер селтәрҙәре үткәрелгән, майҙан биләмәһенә ҡырсынташ түшәлгән. Яҡын арала бурса һала башлаясаҡтар.
Радий Хәбиров эштәр барышын тикшерҙе һәм майҙансыҡты асыу тантанаһына килергә вәғәҙә бирҙе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас