Йәмғиәт
1 Сентябрь 2020, 13:45

Йәштәр һарайы гөрләп тора

Бында нимә генә юҡ!

Башҡортостан Башлығының Яңауыл районы буйлап эш сәфәре дауам итә. Уның сиктәрендә ул Йәштәр һарайында булды.
Быйыл Яңауылда ике йыл элек башланған Йәштәр һарайын төҙөкләндереүҙең икенсе этабы тамамланды. Был ваҡыт эсендә бинаның инженер селтәрҙәре яңыртылған, ҡыйығын алмаштырғандар, фасад һәм эске биналарҙы ремонтлағандар. Яңыртылған Йәштәр һарайында балалар түңәрәктәре һәм секциялар, үҫмерҙәр клубы, йәштәр берекмәләре һәм ирекмәндәр ойошмалары урынлашҡан.
Бында булған сағында Радий Хәбиров төҙөкләндереүҙең сифатын баһаланы. “Еңеү ирекмәндәре” һәм “Беҙҙең хәстәр” үҙәге ирекмәндәре менән аралашты һәм уларға еңел булмаған һәм мөһим эшмәкәрлегендә уңыштар теләне.
Башҡортостан Башлығы ҙур иғтибарын шулай уҡ Йәштәр һарайында урынлашҡан Психологик ярҙам үҙәгенә бүлде. Үҙәк белгестәре белдереүенсә, улар ғаиләләр менән эшләй, ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итә, суицидтарҙы иҫкәртеү менән шөғөлләнә. Радий Хәбиров бындай психологик ярҙам кабинеттары кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыуҙа ярҙам итә, тине. Һәм уларҙың дөйөм эшмәкәрлеге арҡаһында төбәк был йәһәттән ыңғай динамика күрһәтә.
2018 йылда Йәштәр һарайында “Нефтсе” заманса кинотеатры асҡандар. Әле ул коронавирус пандемияһынан һуң яңынан эш башларға әҙерләнә. Башҡортостан Башлығы кинозалдарҙа барлыҡ санитар талаптарҙы үтәүҙе контролдә тотоуҙы нисек ойоштороуҙарын баһаланы.
Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов районда “Йөҙөргә өйрән” проектының уңышлы тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне. Проектҡа ярашлы, алты дәрес эсендә балалар үҙҙәрен һыуҙа тоторға һәм йөҙөргә өйрәнә. Был программаны тормошҡа ашырыу өсөн аҡсаны район үҙ бюджетынан бүлгән.
Радий Хәбиров был тәжрибәне юғары баһаланы һәм Башҡортостандың бөтә балалары ла йөҙә белеүе уның хыялы тине. Шуға күрә һәр районда заманса бассейндар төҙөлә. Был тәү сиратта үҫеп килгән быуындың һаулығы өсөн мөһим. Бынан тыш бындай белем һыуҙағы бәхетһеҙ осраҡтарҙы ла кәметеү мөмкинлеге бирәсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас