Баш ҡалабыҙ Өфөлә 2019 йылда 100 никахҡа 56 айырылышыу тура килгән. Аныҡ һандарға килгәндә, 9053 пар яҙылышһа, 5034 никахын тарҡатҡан.
Ҡала хакимиәтенең дәүләт статистикаһы бүлеге начальнигы Оксана Даянова әйтеүенсә, һуңғы ун йылда хәл әллә ни үҙгәрмәгән – 2010 йылда 100 никахҡа 53 айырылышыу тура килгән.
Демографик күрһәткестәргә килгәндә, 2020 йылдың 1 ғинуарына баш ҡалала 1 миллион 140 мең 273 кеше теркәлгән. Һуңғы ун йылда балалар һәм ололар һаны артҡан. Шул уҡ ваҡытты эшкә һәләтле кешеләр һаны түбәнәйә: 2010 йылда 64,5% булһа, 2019 йылда – 57,4%.
Шулай уҡ, Өфөлә тыуым һаны кәмей. 2019 йылда 12 176 бала тыуған. 2015 йылда был күрһәткес – 18 108, 2016 йылда – 18 137, 2017 йылда 14 499 тәшкил иткән.
Вафат булғандар һанына килгәндә, 2010 йылда 12 654 булһа, 2019 йылда –11 957. Ун йыл эсендә тышҡы сәбәптәр арҡаһында үлгәндәр һаны ике тапҡырға кәмегән: үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар һаны 3,5 тапҡыр самаһына, үлтереүсе ҡулынан һәләк булғандар – 7 тапҡырға, алкоголле эсемлектәрҙә ағыуланғандар һаны 11 тапҡырға кәмегән.