Йәмғиәт
2 Сентябрь 2020, 08:15

100 йәшлек ветеранды кемдәр үлтергән?

Береһе - күрше өлкәнеке, икенсеһе - Башҡортостан кешеһе.

Башҡортостанда 100 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Николаевич Несмеяновты үлтереүселәр тотолған.

Иван Николаевич Байкал аръяғы фронтында яу юлы үтеп, Маньчжурия операцияһында ҡатнашып, иҫән ҡалған, тыныс тормошта 100-гә еткән, ҡатыны гүр эйәһе булғандан һуң яңғыҙы йәшәгән. 9 июлдә Ҡыйғы районының Ләүзә ауылындағы өйөн талаған ваҡытта билдәһеҙ әҙәм аҡтыҡтары фронтовикты үлтерә. Үҙен яҡлай алмаған оло кешене интектереп, язалап үлтерәләр. Енәйәтселәрҙе тоторға ярҙам иткән кешегә төбәк власы 500 мең һум аҡса ла вәғәҙәләгәйне хатта.

Кеше үлтереүҙә шик аҫтына алынған ике әҙәмдең ҡулға алыныуы тураһында билдәле булды, әлегә уларҙың исемдәре хәбәр ителмәй, тик шуныһы асыҡланған: береһе - күрше өлкәнеке, икенсеһе - Башҡортостан кешеһе, элек хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгән, тигән хәбәр ҙә йөрөй.
Урланған әйберҙәрҙең бер өлөшө тартып алынған.

Фото:bashnews.ru
Читайте нас