Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев видеоконференцэлемтә тәртибендә республика мцниципаль берәмектәренең хакимиәт башлыҡтары менән “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу, Зауыҡлы биләмәләр йылы саралары, подъездарҙы ремонтлау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Министр торлаҡ йорттарҙың подъездарын дезинфекциялауға айырым иғтибар бирҙе. Муниципаль берәмек башлыҡтарына Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына күп фатирлы йорттарҙа ошондай саралар үткәреү графигын тапшырырға тәҡдим ителде. “Башфармация” предприятиеһы хакимиәттәргә шәхси һаҡлыҡ һәм дезинфекция саралары таратыуҙың икенсе этабына әҙерләнә.
Республикала Зауыҡлы биләмәләр йылы бурыстарын тормошҡа ашырыу дауам итә. Төп маҡсат – таҙалыҡ, биләмәлрҙе тәртипкә килтереү.
"Иғтибарығыҙҙы ҡоймаларға йүнәлтәм. Ауыл, ҡалаларға сәфәр барышында күреүемсә, ҡайһы бер биләмәләрҙә улар төҙөкләндерелмәгән. Әлегә беҙ камиллыҡтан йыраҡбыҙ. Ә Зауыҡлы биләмәләр йылына йомғаҡ яһарға ике ай самаһы ваҡыт ҡалды", – тине ул.
Кәңәшмәнең көн тәртибендәге йәнә бер мәсьәлә – подъездарҙы төҙөкләндереү. Быйыл 2185 подъезды ремонтлау күҙаллана. Уларҙың 70 процентында эш тамамланған, хаталар төҙәтелгән.
Кәңәшмәлә “Башҡортостан ихаталары” программаһы һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү буйынса ла фекер алыштылар. “Башҡортостан ихаталары” бөтә муниципаль берәмектәрҙә тормошҡа ашырыла. Дүрт биләмәлә – Краснокама һәм Салауат райондарында, Октябрьский һәм Күмертау ҡалаларында эш тамамланған.