Крокодил Гена һәм уның дуҫы Чебурашка хаҡындағы легендар совет йәнһүрәте төрлө быуын вәкилдәренә яҡшы таныш.
Ул зәңгәр экрандарға бынан 5о йыл самаһы элек сығыуына ҡарамаҫтан, һаман кескәйҙәрҙең яратҡан картиналарының береһе, ә төп геройҙарҙы һынландырған уйынсыҡтар һаман магазин кәштәләренән төшмәй.
Кисә беҙгә Крокодил Гена менән Чебурашканы бүләк иткән, “Снежная королева”, “38 попугаев”, “Котенок по имени Гав” йәнһүрәттәре өҫтөндә эшләгән билдәле мультипликатор Леонинд Шварцманға 100 йәш тулған! Был уңайҙан уға шәп бүләк эшләгәндәр – ул йәшәгән өйҙөң тәҙрәләре төбөндә балалар “Крокодил Гена” әкиәтенән “Тыуған көн” йырын йырлап ишеттергән.
Фотоһүрәттәрҙән был бүләктән Леонид Шварцмандың ҡояштай балҡыған йөҙөн күреү ҡайһылай ҙа ҡыуаныс! Әллә нисә быуын вәкилдәренә тылсымлы йәнһүрәттәр бүләк иткән йөҙ йәшлек уҙаманға һаулыҡ насип булһын.