Өфөлә Дуҫлыҡ монументы районында автотранспорт хәрәкәте өсөн сикләү 30 сентябргә тиклем оҙайтыла. Был турала Өфө ҡалаһы хакимиәте хәбәр итә. Сикләү Сочи урамында яңы ер аҫты үткәүеле төҙөү менән бәйле.
Был тирәлә хәрәкәт Сочи урамының Дуҫлыҡ монументы яғынан килгән дүрт һыҙаты буйынса башҡарыла. Хәрәкәт ике яҡҡа икешәр һыҙат булып бүленгән.
Өфө кешеләренә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына ваҡытлы уңайһыҙлыҡтарға аңлап ҡарарға саҡыралар. Ҡаланың был районы буйлап йөрөгән саҡта маршрутығыҙҙы алдан планлаштырығыҙ һәм икенсе яҡтан үтегеҙ.