Илебеҙҙәге иң яҡшы ауыл ғаиләһенең ҡайҙа йәшәгәнен беләһегеҙме? Йыраҡ йөрөргә кәрәкмәй: улар – беҙҙең яҡташтар. Татыу һәм бәхетле Ғәзизовтар ғаиләһе Ишембай районының Петровский ауылында көн итә. Улар менән беҙ ҙә яҡынданыраҡ танышырға булдыҡ. Асыҡланыуынса, Ғәзизовтар Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсында ҡатнашҡан һәм “Иң яҡшы ауыл ғаиләһе” номинацияһында еңеп сыҡҡан.
Дүрт бала – дүрт төрлө холоҡ
Атай-әсәй янында – бәхетле балалар. Улар ни тиклем күмәк, шунса матурыраҡ кеүек был күренеш. Республикабыҙҙа, шөкөр, тип әйтәйек, күп балалы имен ғаиләләр күп. Улар гөрләтеп донъяһын да көтә, балаларын да үҫтерә, эшләп тә өлгөрә. Ғәзизовтар ҙа шундайҙар иҫәбенән.
Татыу ғаиләлә дүрт бала – ике ҡыҙ һәм ике малай үҫә. Өлкән улдары, атаһының төп таянысы һәм әсәһенең ярҙамсыһы Рифатҡа – 14 йәш. Ул күптән ҡул араһына ингән. Егет ҡорона инеп барған үҫмер үҙаллылыҡҡа ла өйрәнә: ул Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт лицей-интернатында белем ала. Быйыл һигеҙенсе класҡа бара. Малай спорт менән шөғөлләнә, үҙен ижади яҡтан да үҫтерергә тырыша.
– Ауыл мәктәбендә шәп уҡый ине, ҙур ҡалаға күскәс, бер аҙ яраҡлашырға тура килде. Тик Рифат бирешмәй, ныҡлап уҡып китте. Әле “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Уға яҡшы уҡырға кәрәк, сөнки табип булырға хыяллана, – ти әсәһе Зилә.
Ғөмүмән, балалары тураһында һөйләгәндә уның йөҙөнән нур һибелә, ғорурлыҡ тойғоһо кисергәне күренеп тора.
Ҡыҙҙары Регинаға – ун, Заринаға ете йәш. Регина быйыл – дүртенсе, бәләкәс Зарина беренсе класҡа уҡырға барған. Улар ашҡынып уҡыу йылы башланғанын көтөп алған. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә бейеү менән шөғөлләнә. Атай менән әсәй балаларын бөтә яҡлап та үҫтереү өсөн Стәрлетамаҡҡа түңәрәктәргә йөрөтә.
Әйткәндәй, ҡыҙҙар ҙа ҙурайғас табип булырға йыйына икән. Был осраҡлы түгел, уларҙың нәҫелендә ике яҡлап та медицина тармағында хеҙмәт иткән кешеләр күп: өләсәйҙәре, инәй-ағайҙары. Күҙ алдында матур өлгө булғас, балалар ҙа изге һөнәргә ҡыҙыға.
Төпсөк Зарифҡа ике йәш ярым. Бәләкәй булһа ла, ул яҡындары эргәһендә һәммәһенә өйрәнеп йөрөй.
Дүрт балала – дүрт төрлө холоҡ, дүрт төрлө ҡараш. Был ғаиләлә һәр балаға айырым шәхескә ҡараған кеүек бағалар, бәләкәйҙән фекерҙәрен, теләктәрен иҫәпкә алып үҫтерәләр.
Йәштәрҙе уҡыу йорто ҡауыштырған
Зилә менән Рафаил Ғәзизовтарға, дүрт бала ата-әсәһенә, 36-шар ғына йәш. Ә бына ғаилә ҡороп йәшәй башлауҙарына 16 йыл булып киткән. Икеһе лә сығышы менән Ишембай районынан булһа ла, уларҙы Стәрлетамаҡ осраштырған. Маҡар егете менән Петровский ауылы ҡыҙы күңелле студент йылдарында таныша. Улар Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы ул саҡтағы педагогия институтында белем ала. Зилә – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Рафаил тарих уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә.
Беренсе курста тыуған дуҫлыҡ мөхәббәткә, аҙаҡ ныҡлы ғаиләгә әйләнә. Йәштәр өсөнсө курста уҡыған саҡта өйләнешә, ә бишенсене тамамлап, ҡулдарына диплом алып йөрөгәндә тәүге улдары Рифат донъяға килә.
Ғәзизовтар тәүҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнә. Фатир алалар, эшкә урынлашалар. Тик Зиләне тыуған ауылына эшкә саҡырғас, улар ҡайтырға ҡарар итә. Әле ул ауылындағы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Үҙ балалары өсөн йән атып торған ҡатын бер нисә тиҫтә сабый менән дә еңел генә уртаҡ тел таба. Йомшаҡ һүҙле, изге күңелле апайҙарын улар икенсе әсәләре кеүек күрә. Оҙаҡламай бәләкәй малайҙарына өс йәш тула, эше менән балаларҙы һағынған Зилә декрет ялынан эшкә сығам тип атлығып тора.
Ғаилә башлығы – Себер тарафтарында. Ул – һөнәре буйынса педагог, әммә уҡытыусы булып бер көн дә эшләмәгән. Студент саҡтарынан ғаилә башлығы, атай булыу яуаплылығын иңенә алған кешегә аҡсалыраҡ урын эҙләргә тура килә. Ишле ғаиләһенә яҡшы тормош тәьмин итеү еңел бурыс түгел шул.
– Бер ай атай менән йәшәйбеҙ, икенсе айын көтөп үткәрәбеҙ. “Һеҙгә минһеҙ ауыр” тип ҡалаға ҡайтып та эшләп ҡараны ул, тик йә ваҡытында хеҙмәт хаҡы түләмәйҙәр, йә премияны ҡыҫҡарталар, шуға күрә бергәләп хәл итеп, ауыр булһа ла, уны кире Себер тарафтарына оҙаттыҡ, – ти ҡатын.
Атаһы эштә саҡта Рифат үҙен уның алмашсыһы итеп тоя. Әсәһенә бар эшендә ярҙам итә, туғандарын ҡараша. Ҡыҙҙар ҙа ҡул араһына инеп бара, әсәләренә өй эштәрен башҡарышырға һәр ваҡыт әҙер.
– Беҙ балаларға ҡаты бәрелмәйбеҙ, тик талап ҡуябыҙ икән, уны үтәргә тейештәр. Әллә ни шаштырмаҫҡа тырышабыҙ, әммә һәр эштәрен, уңыштарын маҡтап, ҡанатландырып торабыҙ. Малайҙар күберәге атайҙары янында булып, уның тәрбиәһен ала, ә ҡыҙҙар – минеке, – ти Зилә Ғәзизова.
Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа, Зилә үҙе лә ғаилә башлығының эштән ҡайтҡанын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Ҡайтыуының тәүге көндәре ысын байрамға әйләнә. Бергәләшеп ҡалала күңел асалар, уйын бүлмәләренә, каруселдәргә, кафеларға баралар, тәбиғәт ҡосағына сәйәхәткә юлланалар. Ғаилә башлығы “мин арып эштән ҡайттым” тип диванда һуҙылып төшөп ятмай. Бер аҙ ял итеп алғас, ваҡытлыса эшкә инә, ғәҙәттә, шин монтажлай, шул уҡ ваҡытта ҡатынына ла ярҙамлаша.
– Ул бер ҡасан да, был – ирҙәр эше, быныһы – ҡатын-ҡыҙҙыҡы, тип ултырманы. Кәрәк икән, ашарға ла бешерә, донъяны ла йыйыштыра. Балаларҙы уға тулыһынса ышанып ҡалдырып китергә мөмкин, бик яуаплы ҡарай. Студент сағыбыҙҙа уҡ ошо һыҙаттары менән арбағандыр инде, – ти Зилә. – Рафаил ышаныслы, яуаплы. Ул ҡасандыр мин һәм балалар өсөн яуаплылыҡ алды һәм бөгөнгә тиклем был бурысты аҡлап килә. Беҙ уның менән үҙебеҙҙе ныҡлы ҡалҡан артында кеүек тоябыҙ.
Ғаилә ауылда йәшәһә лә, фатирҙа тора. Улар үҙ йорттары тураһында хыяллана, унда ҡош-ҡорт тоторға, мал аҫрарға, ҙур итеп баҡса үҫтерергә теләй. Бәләкәй баҡсалары бар, әлбиттә. Унда үҙҙәренә етерлек йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәләр. “Барыбер үҙ ереңә етмәй инде. Тырышып, был хыялды ла тормошҡа ашырырбыҙ, ҙур итеп өй һалып сығырбыҙ әле”, – ти Ғәзизовтар.
Ә ни өсөн Ғәзизовтар илдең иң яҡшы ғаиләһе тип билдәләнгән? Баҡһаң, улар бөтә яҡлап әүҙем – мәктәп, ауыл, район сараларында ҡатнаша, призлы урындар яулай, шуға күрә Петровский ауылы клубы мөдире, уларға Бөтә Рәсәй ғаиләләр бәйгеһендә ҡатнашып, көстәрен һынап ҡарарға тәҡдим иткән.
Конкурста ҡатнашыу уйы яҙ көнө барлыҡҡа килә. Ә был саҡта илдә коронавирус пандемияһы башланып ҡына торған саҡ була, шуға күрә улар ғаризаны онлайн тәртибендә тултыра. Фотоһүрәттәр, ғаиләләре тураһында видеояҙмалар төшөрәләр, үҙҙәре тураһында матур презентация яһайҙар. Һәм бына 8 июлдәге Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан шатлыҡлы яңылыҡ килеп төшә: улар “Ауыл ғаиләһе” номинацияһында еңеүсе тип табылған.
– Күп балалы ғаилә номинацияһына саҡ ҡына еткерә алманыҡ шул, бының өсөн бишенсе бала ла кәрәк булып сыҡты, ә беҙҙә ни бары дүртәү генә, – тип көлә Зилә.
– Ҡайһы бер кешеләр бер бала менән дә ауырлыҡтар кисерә, ә һеҙҙә – дүртәү. Ҡыйын түгелме һуң? – тип һорайбыҙ унан.
– Ысынын әйтәм, ауырлыҡ тоймайым. Физик яҡтан да, матди яҡтан да барыһы ла яҡшы. Икебеҙҙең дә тотороҡло эш урыныбыҙ бар, балаларыбыҙ иҫән-һау, тырыш, аҡыллы. Ҙурҙары бәләкәйҙәренә ярҙам итеп тора, олатай-өләсәйҙәр эргәлә. Һис ҡасан үкенгәнем булманы. Тормошомдан, ғаиләмдән ҡәнәғәтмен һәм бәхетлемен, – ти ҡатын.
Уны тыңлаһаң, шуға ышанаһың: был донъя ысынлап та матур. Тырышлыҡ булғанда, ауырлыҡтар тойолмай шул. Ә, иң мөһиме, ғаиләләрендә мөхәббәт, бер-береңә ярҙам итеү, ышаныс кеүек хистәр бар. Республикабыҙ тап ошоноң кеүек ишле ғаиләләре менән матур ҙа, көслө лә.