Йәмғиәт
4 Сентябрь 2020, 17:30

"Башҡорттар шул тиклем ҡунаҡсыл"

2 сентябрҙән Башҡортостанда Надежда Бабкинаның "Рәсәй йырҙары" фестиваль-марафоны старт алды. Бөгөн сираттағы концерт - Яңауылда.

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина Ағиҙел ҡалаһында сығыш яһаны. Тамашасылар "Рәсәй йырҙары" фестивалендә ҡатнашыусыларҙың сығыштарын ҡарап ҡына ҡалманы, ә танылған сәхнә оҫтаһы менән ижади осрашыуҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашты.
Концерт ҡаланың үҙәк майҙанында асыҡ һауала барҙы. Фестиваль программаһында Надежда Бабкина менән бергә Рәсәй төбәгенән профессиональ коллективтар һәм айырым башҡарыусылар - "Рус йырҙары" Мәскәү дәүләт академия театры ("Рус йыры" ансамбле, "Тере планета" шоу-балеты, "11-ҙән һуң" фолк төркөмө, "Славяндар" ансамбле, Евгений Гор, ағалы-ҡустылы Бондаренколар), Краснодар ҡалаһынан "Криница" казак йыры дәүләт ансамбле, Саранскиҙан "Мерема" этнографик фольклор студияһы, Саха (Яҡут) Республикаһының халыҡ артисы, Рәсәй Хөкүмәтенең "Рәсәй йәне" премияһы лауреаты Альбина Дегтярева сығыш яһаны. Ә Башҡортостандан - халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты булған "Арғымаҡ" төркөмө.

"Башҡорттар шул тиклем ҡунаҡсыл" тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Надежда Бабкина.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда Надежда Бабкинаның "Рәсәй йырҙары" Бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны 2 сентябрҙә старт алды. Бөгөн сираттағы концерт - Яңауылдың үҙәк майҙанында.

Фото: Ok.ru
Читайте нас