Йәмғиәт
4 Сентябрь 2020, 07:57

Булдыҡлы яуламаҫ үрҙәр булмаҫ

Тармаҡта ғаилә династиялары тир түгә.

Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында Башҡортостан ерендә Мансар төркөмө нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү башлана. Бындағы нефть индустрияһы ул саҡтағы Семилетка эшселәр ҡасабаһына нигеҙ һалырға этәргес була, сөнки яңы сығанаҡтарҙы үҙләштерергә республиканың төрлө төбәктәренән бик күп йәштәр килә.


Семилетка күҙ алдында нефтселәр ҡаса­баһына әүерелә. Алғараҡ китеп әйтәйек, бын­да хеҙмәт юлын башлаған күптәр артабан яҙмышын ғүмерлеккә нефтсе һөнәре менән бәйләй. Уларҙың үҙ һөнәренә булған һөйөүе хатта балаларына һәм ейәндәренә лә күсә.
Шул йылдарҙа бында эшкә килгән йәш ғаиләләр араһында Хафизовтар ҙа була. Ғаилә башлығы Рим Хәбибрахман улы, һөнәре буйынса хисапсы булһа ла, үҙ һәләтен һәм тырышлығын нефть сәнәғәтен үҫтереүгә йүнәлтә – идаралыҡтың эшселәрҙе тәьмин итеү бүлегендә баш хисапсы булып эшләй. Ҡатыны Зөлфиә Әхмәт ҡыҙы мәктәптә балаларға белем бирә. Улар дүрт балаға ғүмер бүләк итә. Хафизовтарҙың татыу, күркәм ғаиләһен Семилеткалағы өлкән быуын әле лә хәтерләй. Һуңғараҡ Рим Хәбибрахман улын Саҡмағош нефть-газ сығарыу идаралығына эшкә күсергәс, ғаилә Дүртөйлө ҡалаһында төпләнә.
Ата-әсәнең белемле, мәҙәниәтле булыуы, маҡсатҡа ынтылыусанлығы балаларына ла күсә. Улдарын көслө, физик яҡтан ныҡлы әҙер­лекле итеп күрергә теләгән Рим Хә­биб­рах­ман улы Назимдың армияла хеҙмәт итеү теләген хуплай. Егет һалдат сынығыуы үтә.
Хафизовтар ғаиләһендә белемгә ынтылыш көслө була. Айрат мәктәпте тамамлағас, ул саҡтағы Өфө дәүләт нефть институтына уҡырға инә. Ҡыҙҙары Ирина ла ағаһы кеүек нефть институтын тамамлай. Икенсе ҡыҙҙары Земфира әсәләре һуҡмағынан атлай, педагогия институтында белем ала. Назим иһә Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын һайлай.
Балаларҙың һәр ҡайһыһы тырышып уҡый, үҙҙәренең киләсәгенә ышаныслы нигеҙ һала. Айрат Рим улы артабан фән юлынан атлай, аспирантура тамамлай. Ул – бик күп ғилми эштәр авторы. Бөгөн нефть сәнәғәте өлкәһендә билдәле ғалим, техник фәндәр докторы, профессор. Оҙаҡ йылдар Өфө дәүләт нефть техник университетының тау-нефть факультеты деканы булып эшләй. Күренекле ғалим-педагогтың нефть сәнәғәте тармағына кадрҙар әҙерләүҙәге тырышлығы юғары баһаға лайыҡ.
Ул саҡтағы нефть институтын тамамлаған Ирина ла ғүмерен фән менән бәйләй – ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. Земфира педагог һөнәренә тоғро ҡала. Ә Назим Рим улы нефть тармағына урау юлдар менән килә. Ул университетты тамамлағас, Силәбе ҡалаһына “Строммашина” заводына эшкә юллана. Йәш кенә булһа ла, егеткә ҙур өмөт бағлап, өлкән мас­тер итеп тәғәйенләйҙәр. Уның өсөн завод тормошо ысын-ысындан етештереү мәктәбе була, урта звено менән идара итеү маһирлығына өйрәтә.
Шулай ҙа тыуған яҡтың тартыу көсө бөтәһенән дә көслөрәк була. Назим Рим улы Дүртөйлө ҡалаһына ҡайтып урынлаша. Үҙен эшҡыуарлыҡта һынап ҡарарға ниәтләй. Ауыл менән ҡаланы бәйләй торған, иҡтисади-социаль әһәмиәтле шөғөл булһын тигән маҡсат ҡуя үҙ алдына.
90-сы йылдар аҙағы. Ул саҡтағы кол­хоздарҙың, ғөмүмән, ауыл хужалығы тармағының иҡтисади яҡтан ҙур ауырлыҡтар кисергән мәле була, әммә нисек тә баҫыуҙарға сәсергә, үҫтергәнде йыйып алырға кәрәк. Ошо маҡсатта Назим Рим улы үҙ районындағы колхоздарҙы яғыулыҡ менән тәьмин итеү хәстәрлеген күрә. Яғыулыҡ етештергән предприятиелар менән эшлекле бәйләнештәр урынлаштыра, эште ике яҡ өсөн дә отошло булырлыҡ итеп ойоштороуға өлгәшә.
Назим Хафизов етәкселегендәге “Уралочка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бөгөн дә үҙенең тәғәйенләнешенә тоғро – ауыл хужалығы предприятиеларын яғыулыҡ менән тәьмин итә. Етәксе нефть эшкәрткән билдәле компаниялар, ышаныслы партнерҙар менән эшлекле бәйләнештәр урынлаштырған, про­дукцияның сифатын алғы планға ҡуя. Хеҙ­мәт­ләндереүҙәге теүәллек һәм хаҡтарҙағы самалылыҡ шулай уҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Пред­приятие ошо принциптарға таянып эш итә һәм уңыштарға ирешә. Эшҡыуарҙар даи­рә­һендә Назим Рим улы булдыҡлы, ыша­ныслы, маҡсатсан етәксе булараҡ билдәле.

Бөгөн нефть сәнәғәте тармағы һәм был өлкәлә эшҡыуарлыҡты көйләү күптәрҙе, бигерәк тә йәштәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Быға өлгәшеү өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк һуң? Назим Рим улына ошо һорауҙы юлланыҡ.
– Һәр өлкәлә лә шөғөлөңә тотоноу өсөн аныҡ маҡсат, үҙ көсөңә ышаныу, яуаплылыҡ кәрәк. Башҡарған эшең һөҙөмтәле булһын өсөн һайлаған өлкәлә белемле, мәғлүмәтле булыу шарт. Илебеҙҙә нефть сәнәғәтенең киләсәге ҙур, эш даирәһе киң. Унда белемле, заманса әҙерлекле йәштәргә үҙ көсөн һынарға мөмкинлектәр ифрат ҙур, – ти Назим Рим улы.
Булдыҡлы эшҡыуар өлгәшелгәндәр менән генә сикләнмәй. Ул яңы уй-маҡсаттар менән йәшәй. Киләсәктә автозаправкалау стан­цияһы төҙөү бурысын ҡуйған. Маҡсатты үҙ мөмкинлегенә ҡарап билдәләгәнгә күрә, был хыялы ла мотлаҡ тормошҡа ашыр.

Читайте нас