Белорет ҡалаһында ташландыҡ йортта 60 йәшлек ир кешенең мәйете табыла. БР Тәфтиш комитеты “Үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғата.
Тәүтишереү шуны асыҡлай: 2 сентябрҙә ике ир ташландыҡ йорттарҙың береһендә мәжлес ҡора. Эсеп иҫереп алғас, ни сәбәптәндер бәхәс ҡуба, һуғыша башлайҙар. Ирҙәрҙең береһе шешәләшенең күкрәгенә бысаҡ ҡаҙай. Ул шунда уҡ йән бирә.
Үлтереүсе енәйәт урынынан ҡасып, “ҡоро” ҡалмаҡсы була, әммә хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре уның эҙенә тиҙ төшә.
Ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Тиҙҙән суд хөкөм сығарасаҡ. Эх, эскелек арҡаһында күпме яҙмыштар ҡыйрала, ғүмерҙәр өҙөлә...