Йәмғиәт
4 Сентябрь 2020, 08:11

“Иркәләнеп кенә үҫкәнмен тиерһең...”

Бала сағым тураһында яҡты иҫтәлектәргә бирелеп, фотоларҙы ҡабат-ҡабат ҡарап ултырырға яратмайым. Әйткәндәй, фотолар ҙа ул хәтле күп түгел, үҙем дә мәлде мәңгеләштереүҙе бик өнәмәйем. Юҡ, мин етем түгел, атай-әсәйем, апайым, ағайым бар. Бәләкәйҙән күңелгә иң ныҡ һеңгәне – ғаиләбеҙҙә миңә ҡарата айырым мөнәсәбәт барлығын белеүем, үҙемде артыҡ тойоуым – бындайҙы кемдең иҫләгеһе килһен. Шулай ҙа ваҡыты-ваҡыты менән үҙенән-үҙе өҫкә ҡалҡып сыға үткәндәр.

Бала сағым тураһында яҡты иҫтәлектәргә бирелеп, фотоларҙы ҡабат-ҡабат ҡарап ултырырға яратмайым. Әйткәндәй, фотолар ҙа ул хәтле күп түгел, үҙем дә мәлде мәңгеләштереүҙе бик өнәмәйем. Юҡ, мин етем түгел, атай-әсәйем, апайым, ағайым бар. Бәләкәйҙән күңелгә иң ныҡ һеңгәне – ғаиләбеҙҙә миңә ҡарата айырым мөнәсәбәт барлығын белеүем, үҙемде артыҡ тойоуым – бындайҙы кемдең иҫләгеһе килһен. Шулай ҙа ваҡыты-ваҡыты менән үҙенән-үҙе өҫкә ҡалҡып сыға үткәндәр.


...Хәтеремдә, өйгә ҡунаҡ килһә, апайым улар алдында йә йырлай, йә шиғыр һөйләй, ә ағайым баянда уйнап күрһәтә, ә миңә төпкө бүл­мәлә ултырып торорға ҡушыла ине. Уларға һоҡланалар, вәт, һә­ләт­ле балалар үҫеп килә, афарин, тип маҡтайҙар, бындай ваҡытта мин дә туғандарым менән ғорур­ланам. Ҡайһы бер ҡунаҡтарҙың мин ултырған бүлмәгә башын тығып, ҡыҙыҡһыныусан ҡараш ташлап китеүҙәре лә онотолмай. Клубҡа килгән концерттарға ла миңә йөрөргә рөхсәт ителмәй, ана, һин телевизорҙан ҡара, ти торғайнылар. Минең дә “тере” артистарҙы күргем килеүе береһен дә борсомағандыр, күрәһең.


Күңелгә ҡаралығы менән уйылып ҡалған бындай хәлдәрҙе һөй­лә­һәң күп инде. Шуларҙың тағы береһе – мәктәпкә уҡырға төшкәс, беренсеме, икенсеме класта, әсәй­ҙәр байрамына концерт әҙерлә­үебеҙ, мине бейеүгә ҡушмаһалар ҙа, шиғыр биреп тасуири ятларға ҡу­шыуҙары, тиҙерәк әсәйемә шәп­ле­гемде күрһәтергә теләп, ҡанат­ланып, байрамды ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алыуым... Һәм, ниһа­йәт, тулҡынландырғыс мәл етеп, мәк­тәп сәхнәһен үтәгән бәләкәй генә ҡалҡыу урынға сығып баҫыуым.


Халыҡ алдында юғалып ҡалмаҫ өсөн дә, донъялағы иң яҡын кешемде шатландырайым тип тә, “Әсәйҙәрегеҙгә ҡарап, матур итеп ҡысҡырып һөйләгеҙ” тип уҡытыусы өйрәткәнсә, ҡәҙерлемде табып, күҙҙәренә текләүем. Миңә көс өҫтәр, күңел күтәрер ҡараш урынына уңайһыҙланған, миңә лә, кешеләргә лә ҡарамаҫҡа тырышҡан ғәзиземде күреп, шиғырымдың һүҙҙәрен иҫкә төшөрә алмай оҙаҡ торғандан һуң (бәлки, оҙаҡ та булмағандыр), ғәрләнеп кире сығып китеүем...


Ошо ваҡиғанан һуң бүтән концерт-маҙарға ҡыҫылам тип уйламаным да. Балалығым менән тәүҙә “мине береһе лә яратмай” тип уйла­һам, үҫә килә ҡайғымдың тәрәнерәк икәне башыма барып етте: минән ғәрләнәләр! Сәбәбе – төҫ-ҡиәфәтем менән дә, уҡыуым менән дә улар теләгәнсә бала булмағанмын шул. Тыумыштан күҙем ҡылый, бер аяғым икенсеһенән күпкә ҡыҫҡараҡ минең. Мәктәптә лә, урамда ла, хатта яратҡан апайым менән ағайымдан да иң йыш ишеткән һүҙҙәр: ҡылый шайтан, сатан, бәрей, албаҫты...


Был донъяға килеүем өсөн ғәрләнеп, үҙ-үҙемә йомолоуым ҡасандан башланғандыр, тик шуны әйтә алам: иҫ белгәнемдән бер яҡын дуҫым да юҡ ине. Әсәйем миңә йә йәлләп, йә үртәлеп ҡараһа, атайым өсөн буш урын кеүек булдым. Башланғыс кластар уҡытыу­сыһы ғына мине бүтәндәрҙән айырмай ҡараны, күңел үҫтерерлек һүҙҙәрҙе иң беренсе унан ишет­кәнмендер. Уның кәңәше буйынса, һигеҙенсене тамамлағас, китапхана техникумына уҡырға индем. Ҙур ҡала тормошона әҙерлекһеҙ үҙен яратмаған ҡыҙ баланы өгөт­ләп уҡырға ебәргәне өсөн уҡытыу­сыма көн дә рәхмәт уҡыйым.


Ятаҡта Света исемле рус ҡыҙы менән йәшәргә насип булды миңә. Тәүге көндән үк күнегелгән кәмһе­телеүгә әҙер инем. Тик Света бер ваҡытта ла етешһеҙлектәремдән көлмәне, түбәнһетмәне, киреһенсә, унан байтаҡ файҙалы нәмәгә өйрәндем. Кейенергә, биҙәнеп-төҙәнергә, шулай уҡ ҡыҫҡараҡ аяҡ табаны аҫтына ҡалын олтораҡ һалып, ҡәҙимгесә атлап булыуын аңлатҡан тәүге кеше лә ул булды. Әсәйем-атайым, ауылдағы шәфҡәт туташы шуны ла белмәнеме икән, тип хәҙер аптырайым. Светаның атаһы менән дә шундай уҡ хәл булған, был етешһеҙлеген оҫта йәшергәндер инде, хатта әсәһе бик оҙаҡ йылдар иренең аяғының ҡыҫҡалығын белмәй йөрөгән, имеш.


Училищела уҡыған йылдарым үҙемде нисек бар шулай ҡабул итергә кәрәклеген төшөндөргән йылдар булды тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Кәмһеткән, минән ғәрләнгән кеше булмағас, үҙем дә асыла төштөм, бүтәндәр менән тиң-тигеҙ һөйләшергә өйрәндем.


Техникумды тамамлағас, күрше ауыл китапханаһына эшкә тәғәйен­лә­неләр. Шунда уҡ үҙем кеүегерәк егеткә (ул да инвалид) кейәүгә сыҡтым. Бик уңышлы тип уйлайым, сөнки ирем дә, уның ата-әсәһе лә – ипле, изге күңелле, иғтибарлы кешеләр. Ҡәйнәм менән ҡайным­дың “балам” тип кенә өндәшеп, арҡанан яратып алыуҙарынан тәүҙә күҙгә йәш килә ине.


Яманлыҡҡа тиҙ күнгән кеүек, яҡшылыҡҡа ла тиҙ өйрәнә икән кеше – ғүмер буйы иркәләнеп йәшәгән кешеләй тоям хәҙер үҙем­де. Был ғаиләгә эләкмәһәм, туған­дар араһында ошондай ҙа йылы, яҡын мөнәсәбәт була икәнлеген белмәҫ тә инем, моғайын. Әлеге көндә ғаилә тормошо серҙәре, аш-һыу яраштырыу тураһында нимә беләм – барыһына ла матур аҡ йөҙлө, ғорур ҡиәфәтле ҡәйнәмә бурыслымын. Бындай өләсәй менән олатай барҙа ике баламдың – улым менән ҡыҙымдың – бәхетле, күңелдәре бөтөн булып үҫеүенә лә шикләнмәйем.


Һынманым, әрәмтамаҡ, имгәк булып ултырманым, яҡшы кешене осратып, бәхетемде таптым һәм тышҡы етешһеҙлектәрем генә мине бүтәндәрҙән кәм итә алмай икәнлеген аңланым – был берәүҙең “Уйламағайным мин һине шулай донъя көтә алыр тип” тигән һүҙҙәренә яуабым булыр.


(Республика райондарының береһендә йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).
Читайте нас