Бөгөн "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре Илшат Ямалов, Рәмилә Мусина һәм Илдар Аҡъюлов Ҡариҙел районының социаль-иҡтисади тормошо менән танышты.
Журналистарҙы урындағы хакимиәт башлығы Илдар Ғарифуллин ҡабул итте. Мәғариф учреждениелары торошо, ауылдарҙағы йәшәйеш, предприятиелар эше - сәфәрҙә төрлө тармаҡҡа иғтибар бирелде.
Ҡариҙелдәр журналистарҙы йылы ҡаршыланы, ҡыҙыҡһынған объекттарҙы күрһәтте. Республиканың матур төбәктәренең береһе тураһындағы мәҡәләләр гәзит биттәрендә донъя күрәсәк.