Бөгөн "Башҡортостан" гәзите журналистары Рәмилә Мусина, Лилиә Нуретдинова һәм Гөлсирә Сәхиева Нуриман районында булды. Улар райондың социаль-иҡтисади тормошон байҡаны, уңған эшҡыуарҙар менән осрашты.
"Беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе аңлап, егәрле, эшлекле кешеләр менән осрашырға ярҙам иткән район етәкселегенә рәхмәт белдерәбеҙ", - ти "Башҡортостан" ҡыҙҙары.
Нуриман районы уңғандары тураһында гәзитебеҙҙең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.