Ишембай районының Ҡолғона ауыл биләмәһенә юл төштө. Тәбиғәттең хозур ерендә урынлашҡан ерҙә уңғандар, үҙ эше менән шөғөлләнгәндәр бихисап. Бында йәшәгән халыҡ борондан килгән кәсептәрҙе онотмай, ата-бабаларҙың эшен дауам итеп, милләт ҡотон һаҡлап йәшәй. Ағастан күнәк эшләгән кешеләр, солоҡсолар, умартасылар күп.
Иң ҡыуандырғаны – ҡорот эшләп, ошо милли ризыҡтың рецебын теүәл һаҡлаған инәйҙәрҙең байтаҡ булыуы. Шуларҙың береһе – Яңы Сәйет ауылында йәшәгән башланғыс кластар уҡытыусыһы Нәсимә Ғәйнулла ҡыҙы Вәхитова. Уңған хужабикә ҡоротто ағас батманда әсетә. Шулай итһәң, ҡороттоң тәме үҙгәрмәй, ти ул.
– Батманда ҡорот бызырлап әсегәс, ҡаҙанға ҡайнатырға ҡуям. Ике сәғәт самаһы талғын утта ҡайнатам, гел болғап торам. Шул саҡта ҡорот иҙмәһе бер төрлө була. Ҡайнап сыҡҡан ҡоротто шул көйө бер-ике көнгә ултыртып ҡуям. Шунан ғына һарҡытам, – тип ҡорот эшләү серҙәре менән уртаҡлаша ул.
Икенсе уңғанбикә – Йәмилә Бәхтегәрәй ҡыҙы Вәлиева. Уның ҡорото ла бик үҙенсәлекле. Бер аҙ сырға ла оҡшап китә. Хужабикә ҡоротто, ғәҙәттә, ыҫлай. Ыҫланған ризыҡтың тәме телеңде йоторлоҡ була икән.
– Ҡоротто әсәйем өйрәткән рецепт буйынса эшләйем. Кемдер әсеһен ярата, кемдер – сөсөһөн, тигәндәй. Мин артыҡ әсе ҡоротто үҙ итмәйем. Шуға үҙемдекенең тәме йомшағыраҡ. Элек уны ылашта ыҫлай инек. Ирем Сабит Ҡәйүм улы заманса итеп ыҫлау өсөн йыһаз эшләп бирҙе. Хәҙер ҡорот ыҫлауы күпкә уңайлыраҡ һәм рәхәтерәк, – ти Йәмилә инәй.
Ике хужабикә лә һарҡытылған ҡоротто тоҙлап киптереп ҡуя. Тап ошонда иң ҡыҙығы башлана ла инде. Артабан ҡоротто ыҫлайҙар. Тәмле булһын өсөн был яҡта ерек ағасының серей башлаған ботаҡтарын алалар. Тап ошо борондан һаҡланған рецепт Ҡолғона ҡоротона онотолмаҫ тәм бирә лә инде.
Ыҫлау өсөн ике көн буйына быҫҡытып ҡына ут яғалар. Ағасты түмәр көйөнсә усаҡҡа ташлап торалар. Өсөнсө көндө ыҫ тәме һеңгән иҫ киткес тәмле ризыҡ әҙер була. Ә инде уның шифаһы хаҡында әйтеп тә тороу кәрәкмәй. Быны барыһы ла яҡшы белә.