Ял көндәрендә, 5-6 сентябрҙә, Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙа. Республика етештереүселәренең тауарҙарын ҡаланың махсус бүленгән майҙансыҡтарында һатып алырға мөмкин.
Атап әйткәндә, шәмбе көнө Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын Калинин районында Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдарының сатында көтәләр. Киров районында йәшәгәндәр Эшсе хәбәрселәр урамының 3-сө, 5-се, 7-се йорттары эргәһендәге майҙанға килә ала.
Бынан тыш, Орджоникидзе районында Беренсе май урамындағы 14-се йорт янында һәм Совет районында Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 21-се йорттоң эргәһендә – Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда йәрминкәләр уҙасаҡ.
Ике көн дауамында баш ҡаланың Ленин районындағы Әхмәтов урамындағы “Тулҡын” скверы алдындағы майҙанда һәм Октябрь районындағы Р. Зорге урамының 41-се йорто эргәһендә – Спорт һарайы майҙанында ла ошондай саралар ойошторола.
Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 10-дән көндөҙгө 4-кә тиклем эшләйәсәк.