Йәмғиәт
4 Сентябрь 2020, 19:00

Оло йәштәге инәйҙең ялбарыулы тауышын ишетеп...

Бөгөн Белорет ҡалаһында пенсионер ҡатын уйламағанда бәләгә тарыған.

Бөгөн Белорет ҡалаһында 74 йәшлек ҡатын уйламағанда бәләгә тарыған.
Иртә менән ул гаражына барып ҡайтырға тип сыға, әммә иғтибарһыҙлыҡтанмы инде, яҙа баҫып, машинаны аҫтан тороп йүнәтеү өсөн эшләнгән соҡорға төшөп китә. Ярай әле эргәнән кеше үтеп барған була. Ул, ҡотҡарыу һорап ялбарған тауышты ишетеп ҡалып, ярҙамға килә: ҡотҡарыу хеҙмәтен саҡыра.
Ҡотҡарыусылар инәйҙе альпинистарҙың ҡорамалдары ярҙамында тартып сығара һәм “Ашығыс ярҙам” табиптарына тапшыра.
Һәр кем, айырыуса өлкәндәр, урамда йөрөгәндә иғтибарлыраҡ булһын ине, тип теләйбеҙ.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас