Йәмғиәт
5 Сентябрь 2020, 11:45

Яратыуын шулай белдергәнме?

Көнләшеү атышҡа килтерә. Ҡортсо яраланһа ла, юғалып ҡалмай...

Мәләүез районы Боһорман ауылынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан умарталыҡта булған был хәл. Билдәһеҙ әҙәм ҡортсоноң өйөнә атҡан, хужаны яралаған. Ваҡиға урынына полиция саҡыртырға тура килгән.

Аҙаҡ билдәле булыуынса, атыш үҙ-ара мөнәсәт асыҡларға маташыу арҡаһында килеп сыҡҡан. 61 йәшлек умартасы 36 йәшлек ҡатынды үҙенә ярҙамсы итеп эшкә алған. Йәй көнө бында эш күп, бал ҡорттарын ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай, шуға күрә төндә иргә тәгәрмәсле бәләкәй өйҙә ҡунырға тура килә. Шундай август аҙаҡтарындағы төндәрҙең береһендә уның өйөнә билдәһеҙ әҙәм һөжүм итеп, мылтыҡтан ата башлай. Хужа сығып сигнал ракетаһы ебәрә, шул ваҡытта пуля уның ҡулын яралай. Ҡурҡып ҡалмай ҡортсо ир, һөжүм итеүсенең үҙенә ташлана, ә тегеһе саҡ ҡасып ҡотола.

Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡораллы һөжүм итеүсенең кемлеген тиҙ асыҡлаған: ул - алдан да бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән, ҡортсоға эшкә урынлашҡан ҡатынға күҙ һалып йөрөгән 49 йәшлек ир.

"Ғашиҡ" ирҙе Иҫке Әлмәс ауылы эргәһендәге фермала тоталар. Еңел генә бирелмәй ул: хоҡуҡ һаҡсыларына эстән бикле ишекте тыштан бүрәнә менән һуҡтырып емерергә, ә эскә ингәс, енәйәтсенең ҡулындағы бысаҡты ("табель ҡоралы ҡулланырға мәжбүрбеҙ", тип иҫкәрткәс кенә ташлай) тартып алырға тура килә.
Ирҙе ҡулға алалар, йәшерелгән мылтыҡ һәм патрондар ҙа тартып алына. Полиция бүлегендә һорау алғанда, енәйәтсе, һөйгән йәремде ҡортсонан ҡыҙғаныу сәбәпле шундай аңһыҙ аҙымға барҙым, тип аҡлана.

Ниндәй сәбәп менән барһа ла, уға ҡылғанына яуап бирергә тура киләсәк хәҙер - Тәфтиш комитеты үлтерергә маташыу статьяһы буйынса енәйәт эше асҡан.

Фото:gtrk.tv
Читайте нас