Зинира менән Ризат Рамаҙановтарҙың “Бул үҙемә генә” тигән йырын күптәр яратып тыңлай. Ғөмүмән, улар ниндәй генә йырҙы башҡармаһын, һәр саҡ тамашасыларҙың йөрәген яулай.
Ә һеҙ Зинира Рамаҙанованың Башҡортостандан икәнен беләһегеҙме? Дөрөҫөрәге, сибәр ҡыҙ тыумышы менән хозур тәбиғәтле Ҡариҙел районының Хәлил ауылынан. Ошо көндәрҙә был төбәктә командировкала булған саҡта Зинира тыуып үҫкән йортто күреү бәхетен татыныҡ. Ҙур йорт әллә ҡайҙан балҡып күренеп ултыра, матур итеп кәртәләнеп алынған, баҡсала иһә емеш-еләк үҫә.
"Бындай матурлыҡты уңған ҡулдар булдырған, – тип һөйләй Хәлил ауылы клубы мөдире Рәйес Солтаншин. – Матур ҡулдар тигәнем, ауылдашыбыҙ йырсы Зинира менән уның ире Ризат. Йәштәр Хәлилгә йыш ҡайта, бер эштән дә ҡурҡып тормайҙар. Шул хәтлем ябайҙар, ярҙамсылдар һәм теләктәштәр".
Әйткәндәй, Зинира менән Ризат Рамаҙановтар бөгөн Ҡазан ҡалаһында йәшәй. Сәнғәт әһелдәрен Татарстанда ла, Башҡортостанда ла беләләр һәм үҙ итәләр.