Республиканың һигеҙ бәләкәй ҡалаһы һәм ауылы 2020 йылда уңайлы ҡала мөхите булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре буйынса төҙөкләндереүгә грант аласаҡ. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдерҙе.
Дөйөм суммаһы 526 миллион һум булған аҡсаны федераль бюджеттан Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай, Учалы ҡалалары һәм Мәләүез районының Воскресенск ауылы менән Йылайыр аласаҡ.
Борис Беляев белдереүенсә, Башҡортостан, Татарстан менән бер рәттән, раҫланған заявкалар һаны буйынса лидер булды. Беҙ Мәскәү менән Түбәнге Новгород ҡалаларын да уҙып киткәнбеҙ. Еңеүсе проекттарҙы 2021 йылда тормошҡа ашырасаҡтар.
– Йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү буйынса кәңәшсем Ольга Сарапуловаға рәхмәт әйтәм. Ул Башҡортостандың ҡалаларҙы үҫтереү институты менән берлектә өсөнсө йыл рәттән был эште бик уңышлы алып бара, – тине Радий Хәбиров. – Исемлеккә Көньяҡ Уралдың ҡалалары инеүе бик һәйбәт. Был - урамдарҙы үҙгәртеү, кешеләр өсөн уңайлы урындар булдырыу мөмкинлеге. Беҙ әле Бәләбәй, Ишембай, Бөрөлә эштәр тамамланғанын көтәбеҙ. Конкурс дауам итә, артабан да унда уңышлы ҡатнашыу тураһында уйларға кәрәк. Иң мөһиме – проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы һуңлатмағыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан быға тиклем дә ошо конкурста уңыш яулағайны. Былтыр Ишембай, Бәләбәй һәм Бөрө ҡалалары, 2020 йылдың тәүге этабында Ағиҙел, Яңауыл, Мәләүез, Дүртөйлө ҡалалары, Краснокама районының Николо-Березовка ауылы еңде.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.