Йәмғиәт
7 Сентябрь 2020, 13:45

Күсемһеҙ милек объекттары күсәсәк

Почта хеҙмәте эшмәкәрлеген үҙгәртеп ҡороу һәм уның эшен яҡшыртыу буйынса закон талабы үтәлә.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә күсемһеҙ милек объекттарын өҫтәмә керем булараҡ “Рәсәй Почтаһы”ның устав капиталына тапшырыу мәсьәләһе ҡаралды.
Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, ошолай итеп почта хеҙмәте эшмәкәрлеген үҙгәртеп ҡороу һәм уның эшен яҡшыртыу буйынса федераль закон талабы үтәлә.
Бөгөн Башҡортостан буйынса Федераль почта хеҙмәте идаралығының етештереү эшмәкәрлегендә 1,5 мең самаһы күсемһеҙ милек объекты файҙаланыла. Сентябрь башында Рәсәй Федерацияһы милкенә 72 объектты күсереү буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителгән. Башҡалары ремонт, кадастр эштәре үткәреүҙе талап итә.
Радий Хәбиров Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаровҡа күсемһеҙ милек объекттарын федераль милеккә тапшырыу процестарын ойошторорға һәм контролдә тоторға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас