Йәмғиәт
7 Сентябрь 2020, 08:45

Радик Өмөтбаевты эҙләйҙәр

3 сентябрҙә өйҙән сығып киткән ирҙең инсульт кисереүе билдәле...

Өфөлә 48 йәшлек Радик Өмөтбаевты эҙләйҙәр. Ул 3 сентябрҙә өйҙән сығып киткән һәм әлегә тиклем әйләнеп ҡайтмаған.
Ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, атаһы инсульт кисергән, шунлыҡтан насар хәрәкәтләнә һәм аңлайышһыҙ һөйләшә. Һуңғы тапҡыр уны үҙе йәшәгән Черниковка биҫтәһендә Борисоглебский һәм Ломоносов урамдарында күреүселәр булған.
Ул ҡаҡса ғына, буй оҙонлоғо 170 сантиметр тирәһе. Юғалған көндә өҫтөнә ҡуйы зәңгәр төҫтәге олимпийка, күк ыштан, аяғына галуш кейгән булған.
Ҡала урамдарында ирҙе күреүселәр булһа, 8-917-463-32-11, 8-964-951-12-72 телефондары аша туғандарына хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фото социаль селтәрҙән.
Читайте нас