Ғәҙәттә, ҡомарлы балыҡсы тәбиғәт шарттарына ла, тәүлек ваҡытына ла ҡарамай йылғаға ыңғайлай. Әммә ҡайһы ваҡыт оҫталарҙың да бәләгә тарыуы ихтимал.
Туймазы районында балыҡ тотоусылар фажиғәгә тарый яҙа. 7 сентябрҙә өс ир Кәкребаш ауылында Ыҡ йылғаһы буйына балыҡҡа сыға һәм саҡ батып үлмәй. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.
Кәмә менән ни булғандыр, тыны бөттө лә һыу төбөнә китте, ти балыҡсыларҙың береһе.
"Бер нисә сәғәт ярҙам эҙләнек, һыуландыҡ, ныҡ өшөнөк. Үҙебеҙ менән телефон да алмағанбыҙ. Беҙҙең бәхеттән, йылғаның аръяғындағы лагерҙан бер ир шәйләп ҡалып, "Ашығыс ярҙам" саҡырҙы", - ти ул.
Шулай итеп, ҡотҡарыусылар килеп, бәләгә тарыған, күшеккән балыҡсыларҙы кәмәгә ултыртып лагерҙарына илтеп ҡуя. Күңелһеҙ хәлдең ыңғай тамамланыуы ҡыуаныслы.