Яңауыл районы башлығы Илшат Вәзиғәтов социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә түбәндәге яҙманы ҡалдырған.
“Хуплау һәм маҡтау һүҙҙәре ишетеү һәр саҡ күңелле. Бигерәк тә был яҡташтарыңа һәм үҙ районыңа ҡағылһа.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә беҙҙең ҡаланы таҙа, бөхтә һәм сәскәле төбәк тип билдәләне.
“Беренсенән, унда таҙа. Икенсенән, төп ябай ғәмәлдәр бар: барлыҡ үләнде сабалар, ҡый үҫмәй, бордюрҙар буялған, бер ерҙә лә сүп-сар юҡ, һәр урында бөхтәлек”, – Радий Фәрит улы Яңауылда эш сәфәре менән булғандан һуң ошондай тәьҫораттары менән бүлеште.
Был гүзәллекте күп фатирлы йорттар янында беҙҙең ҡалала йәшәүселәр булдыра. Сәскәләрҙең күплеге, сағыулығы, композицияларҙың төрлөлөгө хайран ҡалдыра! Беҙҙең яңауылдар – һәүәҫкәр ландшафт дизайнерҙары тиерһең!
Таҙалыҡҡа һәм тәртипкә килгәндә, беҙ, ҡалала йәшәүселәр, быны, бәлки, ҡайһы саҡта күрмәйбеҙ ҙә, шулай булырға тейеш тип иҫәпләйбеҙ. Әммә был – идарасы компанияларҙың, хеҙмәтләндереүсе ойошмаларҙың һәм бик күп кешеләрҙең, эшселәрҙең хеҙмәте.
Был йәһәттән мин бигерәк тә “ЯңауылТөҙөкләндереү” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен билдәләр инем.
Санитар хеҙмәтләндереү, төҙөкләндереү, ҡаланы йәшелләндереү – ошо ойошма яуаплылығында. Йәш директор Азат Фәйзуллин етәкселек иткән ҙур булмаған коллектив бурыстарын лайыҡлы башҡара.
Фото: Илшат Вәзиғәтовтың шәхси сәхифәһенән.