Йәмғиәт
8 Сентябрь 2020, 16:00

70 йәшлек иргә төрмә янай

Күрәһең, олатай йәшенә еткән ир ейән-ейәнсәр һөйөү тигәнде бөтөнләй башҡа төрлө аңлаған...

Салауат район-ара судының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, судта 70 йәшлек ирҙең енәйәт эше ҡараласаҡ. Ул енси ҡағылғыһыҙлыҡҡа бәйле ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Салауат районында 1950 йылғы пенсионер физик көс ҡулланмайынса 16 йәшкә етмәгән бәлиғ булмаған балаларҙы аҙҙырыуҙа ғәйепләнә. Рәсәй Енәйәт кодексының 135-се статьяһының 3-сө өлөшө буйынса уға биш йылдан 12 йылғаса иректән мәхрүм ителеү ихтималлығы янай.
Күрәһең, олатай йәшенә еткән ир ейән-ейәнсәр һөйөү тигәнде бөтөнләй башҡа төрлө аңлаған...
Фото: livebir.ru
Читайте нас