Йәмғиәт
8 Сентябрь 2020, 11:30

"Бөтә яҡлап та тикшерергә кәрәк!"

Шота Руставели урамындағы күп фатирлы йорт төҙөлөшө мәсьәләһенә ҡасан нөктә ҡуйылыр?

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала шау-шыу тыуҙырған Шота Руставели урамында күп фатирлы йорт төҙөү мәсьәләһенә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. Был урамдың 5-се йортонда йәшәгән кешеләр быға ҡаршы сығыш яһаны. Уларҙың фекере буйынса, йорттары былай ҙа авария хәлендә тиерлек һәм яңы объектты төҙөү ҙурыраҡ хәүеф тыуҙыра.
Шулай уҡ әүҙемселәр белдереүенсә, яңы объект 15-се балалар баҡсаһы һәм 9-се һанлы йорт өсөн дә хәүефле. Был участкала биналар бик иҫке һәм улар янындағы ҙур төҙөлөштө “күтәрә алмаясаҡ”, ти улар.
– Ихата уртаһына күп фатирлы йорт “тығыу” осраҡтары миңә бик оҡшамай. Был мәсьәләне һәр яҡлап тикшерергә һәм яңы төҙөлөштөң тирә-яҡтағы биналарға тәьҫире буйынса объектив ҡараш кәрәк. Шул уҡ ваҡытта бында йәшәгән кешеләрҙең төҙөлөш пландарына “баҫым” яһауына ла юл ҡуйырға ярамай. Бөтә нимә лә объектив һәм балансҡа ярашлы булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров кисәге ошо темаға арналған “Төҙөлөш сәғәте” ултырышында.
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Башировҡа был хәлде бик иғтибарлап өйрәнергә ҡушты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Шота Руставели урамы, 5-се йортта йәшәгән кешеләр йәй башынан уҡ был төҙөлөшкә ҡаршы сыға. Улар йәмәғәтселектең һәм киң матбуғат сараларының иғтибарын төрлөсә йәлеп итеп ҡараны. Уларҙың хатта бойондороҡһоҙ эксперттар йәлеп итеп эшләтелгән "34 ҡатлы йортто төҙөргә ярамай", тигән ҡарарҙары ла бар.
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, балалар баҡсаһы бинаһы ҡәнәғәтләнерлек хәлдә, ә тораҡ йортто тикшереү дауам итә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас