

Баймаҡ районының Иҫке Сибай халҡы быйыл "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән.
Ошо йәһәттән унда сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, спортҡа ылыҡтырған төрлө саралар үтә. Мәҫәлән, күптән түгел "Ауылым һаҡлай Сибай кантон рухын" тип аталған экскурсия ойошторолған. Унда бәләкәй балаларҙан алып өлкәндәргә тиклем барыһы ла әүҙем ҡатнашҡан. Сара шуныһы менән дә үҙенсәлекле: ҡатнашыусыларҙың барыһы ла велосипедта килгән.
Иҫке Сибай ауылы биләмәһе башлығы Сибай Утарбаев белдереүенсә, халыҡ дружинасыһы Илнур Ваһапов алда машинаһы менән юл күрһәтеп барған.
"Бөтәбеҙ ҙә велосипедтарҙа үтеп, урамдарҙың атамаһы, уларҙың тарихы менән таныштыҡ. Ә инде Шайморатов урамынан “Шайморатов генерал” йырын башҡарып уҙҙыҡ. Салауат Юлаев һәйкәле янында танылған йырсы, сәнғәт мәктәбе директоры Айнур Туҡтаев милли геройыбыҙ тураһында мәғлүмәт бирҙе. Артабан беҙҙе “Сулпылар” балалар баҡсаһы коллективы йыр-моң менән ҡаршы алды. Экскурсияла ҡатнашҡандарға “Фатиха” мәсете менән танышыу ҙа бик фәһемле булды. Имам-хатип Рәсүл Мәмбәтназаров беҙҙе Ислам ҡанундары менән таныштырҙы, хәҙистәр һөйләне. Ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһе ағзалары мәҙәниәт йорто алдында балалар өсөн төрлө ярыштар ойошторҙо", - ти ауыл биләмәһе башлығы.
Экскурсияла ҡатнашҡандарҙан иң олоһо Сабирйән Байназаров булһа, иң бәләкәстәренә - Ләйлә менән Ибраһимға - биш йәш. Сараға килгәндәрҙең барыһына ла тәмле приздар тапшырылған, артабан велосипедтарҙа марафон үткәреү планлаштырылған.
Фото: Сабирйән Байназаровтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.