Йәмғиәт
8 Сентябрь 2020, 09:01

Кемдең кемлеген йәшәгән мөхите күрһәтә

Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нисек тормошҡа ашырыла?

Совет власы осоронда иҡтисад тармаҡтарын булдырғанда, үҙгәртеп ҡороу йылдарында бөтә өлкәләрҙә һынылыш яһағанда, әлеге быуат башында ватан иҡтисадына донъя баҙарында урын яулағанда тирә-йүнебеҙҙе матурлау, зауыҡлы һәм уңайлыраҡ итеү ҡайғыһы булмағандыр ҙа, моғайын. Хәҙер заман башҡа, һәм ниндәй мөхиттә йәшәүебеҙ мәҙәни кимәлебеҙҙе күрһәтеп тороуын яҡшы аңлайбыҙ. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты шул зиһен нигеҙендә барлыҡҡа килгән дә инде. Был атаманың тәүге өлөшө йәшәү урыны булдырыуҙы күҙ уңында тотһа, икенсеһе хәҙерге шарттарҙа был урындың ниндәй булырға тейешлегенә талаптар ҡуя. Башҡортостанда ошо йүнәлештә ниҙәр эшләнә?


Бәләкәй ҡалалар онотолмаһын


Республика Хөкүмәтендә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының тормошҡа ашырылыуы даими контролдә тотола. Күптән түгел уҙғарылған оператив кәңәшмәлә, мәҫәлән, Башҡортостандың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин быйыл уның нисек үтәлеүе хаҡында һөйләне.
Дәүләт комитеты рәйесе 2020 йылда төҙөләсәк объекттар хаҡында ла телгә алды. Шулай, Өфө районының Булгаков ауылында 825 урынлыҡ мәктәп һалына, баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә Шолохов урамынан алып Ауыл Богородский урамына тиклемге биләмәлә Мушников урамын төҙөү дауам ителәсәк, ә Нефтекамала Комсомол проспектын артабан төҙөүҙе проектлайҙар.
Кәңәшмәлә әйтеүҙәренсә, былтыр ошо маҡсаттарҙың үтәлеше өсөн бүленгән дөйөм финанс күләме 1,28 миллиард һум булғайны, уларҙың 954 миллион һумы федераль ҡаҙнанан бирелде. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының 2024 йылға тиклемге дөйөм бюджеты иһә 1,458 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был аҡсаның иң ҙур өлөшө автомобиль юлдары һалыуға, социаль объекттар төҙөүгә һәм авария хәлендәге торлаҡ фондын күсереүгә йүнәлтелә. Авария хәлендәге йорттарҙан күсерелгәндәргә яңы торлаҡты 2021 йылда файҙаланыуға тапшырасаҡтар, уларға яңы төҙөлгән йорттарҙан фатир бирәсәктәр. Бынан тыш, ошо милли проект сиктә­рендә байтаҡ төбәк программалары ла тормошҡа ашырыла. Улар иҫәбендә подъездарҙы ремонтлауҙы, “Башҡорт ихаталары”н һәм башҡаларҙы күрһәтергә мөмкин.
Башҡортостан Башлығы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙы “Төҙөлөш сәғәте”ндә анығыраҡ тикшерергә тәҡдим итте.
– Беҙҙең 2024 йылға тиклем 3,7 миллион квадрат метр торлаҡ индереү тураһындағы тәүге пландарҙы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың яңы Указына ярашлы төҙәтергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Мине бәләкәй ҡалаларҙа торлаҡ төҙөү һәм алданған өлөшсөләр проблемалары бик ныҡ борсой.


Урамдан ингән саҡта...


Хәҙер күп ҡатлы йорттоң тышҡы күренеше күркәм, фатирҙар ҙа хужаларының зауығы буйынса матур йыһазландырылған, ләкин урам­дан ошо фатирға инер өсөн ниндәй ге­нә подъезд аша уҙмайһың – бысраҡ, ҡот­һоҙ, буяуы ҡупҡан, баҫҡыс тотҡалары төшкән йәки емерелгән, насар еҫ аңҡығандары ла байтаҡ... Подъездарҙың беҙҙең йәмғиәттең йөҙөн билдәләгән күренеш икәнен саҡ аңлай башланыҡ шикелле.
Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау буйынса быйылғы республика программаһы 20 процентҡа үтәлгән — 699 йорттағы 2185 подъездың 443-өндә эш башҡарылған, тип хәбәр иттеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Проектты планға ярашлы графикта ғәмәлгә ашырыуға пандемия ҡамасаулаған – март аҙағында эштәрҙе туҡтатырға тура килде, июнь башынан улар яңынан тергеҙелгән. Шуға ҡарамаҫтан, бөтә эш 1 октябргә тамамланырға тейеш. Коляскалы инвалидтар йәшәгән 13 подъезда махсус пандустар ҡуйыласаҡ.
2021 йылға исемлектә — күп фатирлы 776 йорттағы 2112 подъезд. Коронавирус таралыуына бәйле эш күләменә төҙәтмәләр индерелгән, ләкин программаны киләһе йылдарҙа ла дауам итеү планлаштырыла, тип билдәләнеләр ошо темаға арналған Хөкүмәт ултырышында.
– Яңы планға инмәгән подъездарҙы 2022 йылға күсерергә һәм унда йәшәгән халыҡҡа был турала хәбәр итергә кәрәк, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо ултырышта. – Шулай уҡ республиканың төҙөлөш комплексына яҡшы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерәм, быйыл тәүге ярты йыллыҡта уларҙың эш күләме, алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, 3,8 процентҡа арттырып үтәлгән.
Бөрө, Бәләбәй, Ишембай...


Башҡортостанда көҙ Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар конкурсы гранттарына төҙөклән­дерелгән өс ҡала биләмәһе асылыуы ихтимал. Республикала бөтәһе ошондай һигеҙ биләмә бар.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәте буйынса, 26 сентябрҙә — “Бөрө ваҡыты” архитектура-парк ансамблен, 3 октябрҙә — Бәләбәйҙә “Йырлаусы шишмә­ләр паркы”н, 10 октябрҙә Ишембайҙа ҡаланың үҙәк майҙанын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Объекттарҙы Аксаков көндәре, Республика көнө, Ғаилә көнө саралары барышында асыу планлаштырыла. Ошо өс ҡала 2019 йыл йомғаҡтары буйынса грант алғайны.
Дүртөйлө, Мәләүез, Ағиҙел, Яңауыл һәм Николо-Березовка 2020 йылдың февралендә грантҡа лайыҡ булды. Әле подрядсыларҙы һайлап алыуға конкурстар үткәрелә.


Зауыҡлы яҡта йәшәүгә етәме...


Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылы саралары йыл башында уҡ старт ал­ғай­ны, уның тәүге маҡсаттарының береһе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата тирә-яҡ мөхиттә тәртип булдырыу ине. Был бурыс уңышлы үтәлде, тип белдерҙеләр республи­каның Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министр­лы­ғында. Бынан тыш, тәүҙә быйыл Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу өсөн ыңғай мөхит булдырыу ҡаралғайны, ләкин ул, бил­дәле булыуынса, кисектерелде. Шулай ҙа эш йәнлелеген был сәбәп һүрелтә алмай.
Маҡсаттарға өлгәшеүҙә дүрт төп йүнәлеш һайланған: газондар эшләү, тротуарҙарҙы тәртипкә килтереү, урамдарҙы яҡтыртыу, ҡоймалар ҡуйыу, дөйөм алғанда, ҡасабаларҙың тышҡы күренештәрен берҙәм стандартҡа килтереү. Муниципаль һәм шәхси предприятиелар биләмәләрҙе йыйыштырыу һәм төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе берлектә хәл итергә тейеш.
Төҙөүселәргә урындағы материалдарҙы файҙаланырға кәңәш ителә: бының өсөн республика етештереүселәре (бәләкәй архитектура формалары, шаҡмаҡлап ваҡланған таш, бордюрҙар, плитә, резина япма, яҡтыртҡыстар) каталогы әҙерләнгән. Февралдә уларҙың күргәҙмәһе ойошторола. Ҡоймаларҙы биҙәүгә килгәндә, властар төбәктең һәм урындағы биләмәләрҙең милли традицияларына таянырға тәҡдим итә.
Башҡарылған эш тураһында отчет өсөн махсус форма индерелә. Уға төҙөкләндереү буйынса башҡа программаларҙан саралар индерергә ярамай икән. Программаны тормошҡа ашырыуҙы һәм уның этаптарын республика Башлығы ҡарамағындағы Контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәре теркәп бара.
Был эштәрҙең күпселеге һәм иң ҙур күләме, тәбиғи, республиканың баш ҡалаһына тура килә. “Бөгөн беҙ заманса ҡала мөхитен булдырыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, матди-техник базаны яңыртыу буйынса етди эштәр алып барабыҙ. Төп маҡсатыбыҙ – Өфөнө илдең төҙөк һәм матур ҡалалары исемлегенә индереү”, – тигәйне Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин күптән түгел торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен профессиональ байрамдары менән ҡотлағанда.


Сифаттың үҙ үлсәме бар


Яңыраҡ республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының берен­се урынбаҫары Ирина Голованова муниципаль берәмек башлыҡтары менән үткәргән видеоконференция “Ҡала мөхитенең сифат индексы” федераль программаһының үтәлешен тикшереүгә арналды. Унда ошо программа ҡуйған бурыстарҙың әлегә тиклемге үтәлеше һәм ҡайһы бер ҡалаларҙа был индикаторҙарҙың насарайыу сәбәптәре тикшерелде.
– Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары менән уңайлы мөхит булдырған ҡалалар һаны буйынса алдағы йылдарға күрһәткестәр раҫланды, – тине Ирина Голованова. – Быйылға улар һигеҙ ҡала, киләһе йылға – туғыҙ һәм 2022 йылға 10 ҡала булырға тейеш. Был – беҙ үтәргә бурыслы рәсми план, йәғни минимум. Әммә беҙгә уңайлы мөхит барлыҡҡа килгән ҡалалар һанын мөмкин тиклем арттырыу маҡсатын ҡуйырға кәрәк.
Бынан тыш, министрҙың беренсе урын­баҫары раҫлауынса, ошо индекс һөҙөмтә­ләре Рәсәй ҡаҙнаһынан ил төбәктәренә дәүләт һәм муниципаль программаларҙы үтәү өсөн субсидиялар күләмен билдә­ләгәндә файҙаланыласаҡ. Программаға 36 индикатор индерелгән, улар төҙөкләндереүҙе генә түгел, ә йәмәғәт транспортының торошон, юлдарҙың һәм йәмәғәтселек майҙандарының хәүефһеҙлеген, социаль өлкәне лә иҫәпкә ала. Баһа ҡала биләмәләренең алты төрөн анализлауҙан барлыҡҡа килә: торлаҡ, йәмәғәтселек-эшлеклелек инфраструктураһы, биләмәләрҙе йәшелләндереү, урам инфраструктураһы, дөйөм ҡала майҙаны.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республиканың ҡай­һы бер ҡалаларында былтыр, 2018 йыл менән сағыштырғанда, позицияларҙы насарайттылар, – тине Ирина Голованова. – Ә бит төбәгебеҙ ҡала ихаталарын төҙөк­ләндереү, күп ҡатлы торлаҡ йорт подъездарын һәм фасадтарын ремонтлау, парктар һәм скверҙар булдырыу буйынса програм­маларҙы тормошҡа ашыра, “Йәшел Баш­ҡорт­остан” акцияһын үткәрә, шуға күрә Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы менән ныҡлы бәйләнештә булыуығыҙҙы, отчеттарҙы ла дөрөҫ тултырыуығыҙҙы һорайым. Һөҙөмтәләрҙе йыл аҙағында түгел, әле үк тикшерә, барлай башларға кәрәк. Күрһәткестәрҙең асыҡ булыуы өсөн яуаплы кешеләр тәғәйенләргә тәҡдим итәм. Социаль селтәрҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағыҙ, сөнки фотолар унда күберәк һалынған һайын ҡала ла балдарҙы шул тиклем күберәк туплаясаҡ.


Сибай: ҡалаға... тупраҡ ташыйҙар


“Башҡорт ихаталары” республика про­грам­маһын үтәүҙе дауам итеү маҡсатында быйыл ҡаланың Чайковский һәм Матросов урамдарындағы ихаталарҙы төҙөкләндереү ҡаралған. Был урамдарҙың тәүгеһендәге бер ихата әҙер хәлгә килтерелгән дә инде: автомобилдәр үтеп йөрөгән юлға һәм тротуарҙарға асфальт түшәлгән, уйын майҙансыҡтары булдырылған. Әле юлға тамғалар һыҙалар, ихаталарҙа ағас һәм үҫентеләр ултыртыу өсөн уңдырышлы тупраҡ ташыйҙар Шулай уҡ балалар һәм спорт майҙансыҡтары өсөн ҡорамалдар ҙа килтертелә.
Сибайҙа яҡтыртыу дизайнына ла иғтибар биргәндәр: әле мәктәп фасадтары яҡтыртыу элементтары менән йыһазландырыла һәм был эш тамамланыу өҫтөндә. Һәр мәктәп яҡтыртыу төҫөн үҙе һайлаған. Мәҫәлән, 1-се, 14-се мәктәптәрҙең һәм лицейҙың фасадтары гәрәбә төҫөндә яҡтыра, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейыныҡы – йәшел һәм һары, 12-се һәм 7-се мәктәптәрҙеке зәңгәр төҫтә балҡый.
Дөйөм алғанда, 25 миллион һумдан ашыуыраҡ хаҡҡа төшәсәк эш башҡарыу ҡаралған, шуның 235 мең һумдан артығырағы – халыҡ йыйған аҡса.


Раевка: балҡып тора подъездар


Күп фатирлы торлаҡ йорттарҙағы подъездарҙы ремонтлау программаһы Башҡортостанда, белеүебеҙсә, былтыр башланғайны. Тәүге сиратта подъездары насар хәлдә булған йорттар һайлап алынды. Әлшәй районы үҙәгендә 253 подъездан торған күп фатирлы 112 торлаҡ йорт бар. Шуларҙың 86-һында, йәғни 190 подъезда ремонт талап ителә.

Быйылға бүленгән субсидия күләме миллион ярым һум тәшкил итте, шуның 90 проценты республика бюджетынан бирелә, ҡалған ун проценты – муниципаль, йәғни район ҡаҙнаһынан. Был аҡсаға яңы тамбур ишектәре, тәҙрәләр, почта йәшниктәре, энергияны һаҡсыл тотонған яҡтыртҡыстар алынған.
Быйыл йәнә алты подъезда комплекслы ремонт планлаштырылғайны, шуның өсәүһе әҙер. Фатир хужаларына таҙалыҡты күҙәтергә генә ҡала.


Туймазы: “бәләкәй ғаиләле” ятаҡтар күркәмләнә


Комплекслы төҙөкләндереү программа­һына ярашлы, район үҙәгендә быйыл 37 йортҡа ҡараған 11 ихата тәртипкә килтереләсәк һәм матурайтыласаҡ.
Бөгөнгә ҡаланың Йәштәр биҫтәһендә яҡтыртыу, бордюр ташы түшәү, тротуарҙы асфальтлау, балалар майҙансыҡтарының нигеҙен һалыу тамамланған. Совет осоронда бында сәнәғәт предприятиелары өсөн “бәләкәй ғаиләле” ятаҡтар күп төҙөлгәйне. Һуңғы ике йылда тап ошо биләмәлә төҙөк­ләндереү эше әүҙем бара ла инде. Былтыр “Башҡорт ихаталары” программаһына ошо биҫтәнән индерелгән дүрт йортҡа быйыл тағы ла етәү өҫтәлгән. Әйткәндәй, күпселек балалар һәм спорт майҙансыҡтарына түшәлгән имгәнеүҙән һаҡлаусы япма ошо уҡ ҡалалағы “Стройголд” предприятиеһында етештерелгән.
Район үҙәгенән тыш, Ҡандра, Түбәнге Троицк, Дуҫлыҡ, Серафимовка һәм Собханғол ҡасабаларындағы ихаталар ҙа төҙөкләндерелә, был ҡасабаларҙа Туймазы районындағы күп фатирлы йорттарҙың яртыһы тиерлек урынлашҡан.


Учалы: лампалар хәрәкәтте күҙәтә


Ҡалала быйыл 28 подъезд капиталь ремонтланған. Йәшәү шарттарын артабан уңайлаштырыу маҡсатында бында тыштан инеү төркөмдәре, тәҙрәләр алмаштырылған. Электр ҡорамалдарын яңыртҡанда яҡтыртыу йыһаздары кеше хәрәкәтенә ҡарап һүнгән-ҡабынған лампаларға алмаштырылған.
Учалыла был программаларҙы үтәгән төп подрядсылар – ошо уҡ ҡалала теркәлгән һәм эшләгән “Заказсы хеҙмәте” һәм “Оҫта” йәмғиәттәре. Эште улар, сауҙалашыу тамамланыуҙың һәм килешеүҙәргә ҡул ҡуйыуҙың икенсе көнөндә үк башлап, тулыһынса тиерлек башҡарған, әле тикшереү органдары теркәгән етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү менән мәшғүлдәр.


Өфөнөң Октябрь районы: ихатала арт-объект буласаҡ


Баш ҡаланың халыҡ иң күп йәшәгән был районында төҙөкләндереү күләме лә аҙ түгел: бында 154 подъездан торған күп фатирлы 44 йортта, шулай уҡ 32 йортҡа ҡараған биш ихатала төҙөкләндереү эштәре план­лаштырылған. Проектҡа ярашлы, тро­туарҙарға һәм автомобиль юлдарына асфальт түшәләсәк, бордюрҙар алмашты­рыласаҡ, заманса балалар уйыны комплексы һәм эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, ихатаға йәм бирәсәк арт-объект урынлаштырыу ҙа ҡаралған.
– Дөйөм алғанда, районда 31 ихата ремонт хәлендә, – ти Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников. – Бөгөнгә улар барыһы ла юғары әҙерлек ки­мә­лендә. Бер нисә ихатала эш тулыһынса тамамланған, уларҙы ҡабул итеп алырға йыйынабыҙ.
Районда подъездарҙы комплекслы ремонтлау эше лә әүҙем бара. Райондың һәм ҡаланың хакимиәт вәкилдәре белдереүенсә, программаларҙың үтәлеше даими контролдә тотола.


Стәрлетамаҡ районы: тағы бер парк барлыҡҡа килә


Райондың Отрадовка ауылы биләмәһендә яңы йәшел майҙан Башҡортостан парктары һанын тулыландырасаҡ. Унда эштәр июлдә башланғайны, һәм ул “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк программаһы сиктәрендә башҡарыла.
Әле унда ҡороған ағастар ҡырҡып алынған, майҙансыҡтар тигеҙләнгән һәм ҡомташ йәйелгән, бордюрҙар ҡуйыласаҡ урындарҙа һаҙлыҡлы ер күмдерелгән. Оҙаҡламай тротуар плитәләре түшәләсәк, яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырыласаҡ һәм балалар майҙансығы яһаласаҡ. Бәләкәй архитектура формаларын ҡороу, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйыу кеүек эштәр киләһе йылда ла дауам итәсәк.
Был программа Стәрлетамаҡ районында беренсе йыл ғына тормошҡа ашырылмай. Былтыр Наумовка ауылындағы парк та яңыртылған: йәйәүлеләр өсөн юл түшәлгән, ҡоймаһы ҡуйылған, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған обелиск йүнәтелгән, парк хәҙер яҡтыртыла.


Белорет: тренажерҙар ошонда уҡ етештерелә


Ҡалала өс подряд ойошмаһының көсө менән биш ихата үҙгәртеләсәк. Пандемия талаптарын боҙмайынса ла, улар һәр ихатала эште даими башҡара килде.
Ихаталарҙа видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлгән. Әйткәндәй, ошо майҙансыҡтарға урынлаштырылған һәм бала-сағаны ла, йәштәрҙе лә ҡыуандырған тренажерҙар ошо уҡ райондың Сермән ауылында Урал спорт инвентары заводы тарафынан етештерелә.


“Иҫке ҡараштарҙан арынырға ваҡыт”


Өфөлә “Парктағы ҡала” исемле белем семинары үткәрелеүе тураһында гәзитебеҙ ҡыҫҡаса хәбәр иткәйне инде. Башҡорт­остандың ҡалаларын үҫтереү институты ойошторған был сараның республика ҡалаларын төҙөкләндереү, биләмәләрҙе зауыҡлы итеү йүнәлешендәге әһәмиәте нимәлә?
– Беҙгә ҡала һәм ауылдарҙың йөҙөн үҙгәртеү буйынса элекке ҡараштарҙан арынырға һәм бөгөнгө күҙлектән сығып эш итергә кәрәк, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров, семинарҙа тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһап. – Һеҙҙең алдығыҙға ҡалаларҙы үҙгәртеү маҡсатын ҡуйыуығыҙҙы теләр инем. Һеҙҙең һәм Башҡортостандың ҡалаларҙы үҫтереү институтының тырышлығы менән беҙ Рәсәй Төҙөлөш министрлығы иғлан иткән конкурста алдынғы урынды биләнек, финанслауҙа ярҙам алдыҡ. Беҙҙең алда уңайлы мөхитте финанслауҙы арттырыу мәсьәләһе лә тора. Ваҡыт уҙа, халыҡта яңы ихтыяждар тыуа, яңыса эш йүнәлештәре һәм материалдар ҙа барлыҡҡа килә, уларҙы даими күҙәтеп торорға кәрәк.
Семинарҙа юғарыла һүҙ барған төҙөк­ләндереү программалары проекттарын тормошҡа ашырғанда, уларҙы милли проекттар менән синхронлаштырыу юлдары ла тикшерелде. Был йәһәттән урындағы бер нисә уңышлы программа миҫал итеп килтерелде. Улар араһында Яңауыл да бар: “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы” проектын булдырғанда, муниципаль орган “Рәсәй тимер юлдары” акционерҙар йәмғиәте менән килешеп эшләй алған һәм һөҙөмтәлә тимер юл аша йәйәүлеләр күпере һалынған, ул ҡаланың төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрен тоташтыра.
Сарала шулай уҡ ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереүгә урындағы халыҡты мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү, проекттарҙы ла халыҡ тикшереүенә сығарыу кәрәклеге тураһында ла һүҙ барҙы. Әйткәндәй, был алым һуңғы йылдарҙа аҙмы-күпме тәжрибә лә туплап өлгөрҙө, сөнки подъездарҙы ремонтлағанда ла ошо йортта йәшәгән­дәрҙең фекере һәм тәҡдимдәре иҫәпкә алына, әҙер эште ҡабул итеп алғанда ла улар ҡатнашырға хоҡуҡлы.
Икенсе бер ыңғай миҫал – Дүртөйлө. Унда элекке һыра заводы бинаһында “Иген” креатив-индустриаль кластерын асырға әҙерләнәләр. Бында “Мәҙәниәт” һәм “Мәғариф” милли проекттарын тормошҡа ашырыу күҙ уңында тотола – рәссамдар мәктәбе, технопарк, йәш эшҡыуарҙар өсөн урындар булдырыу ҡаралған.
Бер нисә программаны шулай син­хронлаштырыуға өлгәшеү был проекттарҙы ысынбарлыҡҡа әйләндереү өсөн өҫтәмә аҡса йәлеп итеү генә түгел, ә эш алымдарын үҙгәртеү һәм яңы башланғыстарға нигеҙ һалыу мөмкинлеге лә бирә.
– Киләһе йылда төҙөкләндереү йүнәлеш­тәрен көсәйтәбеҙ, – тине республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников. – Артабан өлөшләтә генә төҙөкләндереүҙе туҡтатып, комплекслы башҡарыуға күсәбеҙ, йәғни бер урында барыһын да бер юлы эшләйәсәкбеҙ: йәмәғәтселек майҙансыҡ­тары, ихаталар, мәктәп биләмәләре, подъездар, түбә, коммуналь һәм инженерлыҡ селтәрен ремонтлау йәки алмаштырыу.
Министр урынбаҫары раҫлауынса, хәҙер ихаталар, подъездар, күп фатирлы йорттар, йәмәғәтселек биләмәләре исемлеге биш йылға алдан төҙөләсәк, коммуналь селтәрҙәрҙе һәм юлдарҙы ремонтлау графигы менән синхронлаштырыласаҡ.

Башҡортостан ҡалаларҙы үҫтереүҙә сифатлы һәм системалы эш итеү буйынса алдынғы урындарҙың береһен яуланы. Ҡала биләмәләрен камиллаштыра барыуға милли проекттарҙы синхронлаштырыу һәм, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, ҡаҙна аҡсаһын ҡала инфраструктураһына тотоноуҙың йоғонто­лолоғон яҡшыртыу аша тәьмин ителә.
“Һөҙөмтәләрҙе октябрҙә ҡараясаҡбыҙ, әммә мин бөгөн үк ҡалаларҙың бик тиҙ үҙгәрә барыуын күрәм”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров семинарҙа.

Читайте нас