“Миловка паркы” проблемалы объекты мәсьәләһе республикала әллә нисә йыл дауам итә. Бик күп кешеләр унда төҙөлгән комплекстан торлаҡ алды һәм алданды. Күптәр йылдар буйы фатир асҡыстарын ала алмай, сөнки төҙөлөш эштәре туҡтап ҡалған. Был тема буйынса ялыуҙар һәм мөрәжәғәттәр бик күп.
Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Төҙөлөш сәғәте”ндә был тема ла иғтибар үҙәгендә булды. Хөкүмәттә “һаҡаллы” төҙөлөштәр проблемаһын хәл итеү юлдарын ҡаранылар. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты “Миловка паркы” буйынса софинанслау өсөн Алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фондына заявка әҙерләгән. Был турала ултырышта дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин хәбәр итте.
Башҡортостандың ғаризаһын сентябрь аҙағына тиклем ҡараясаҡтар. Ошо уҡ фонд ҡатнашлығы менән Стәрлетамаҡтағы “Кедр” торлаҡ комплесын да төҙөп бөтөргә планлаштыралар.
Ниһайәт, был ҙур проблема хәл ителеүгә табан ыңғайлар, тип өмөтләнәйек.