Республикала һәм илдә уҡыу йылы башланыуын күптәр бер ни тиклем көсөргәнеш менән көттө. Балаларҙың берҙәм рәүештә мәктәпкә, балалар баҡсаһына барыуы коронавирус инфекцияһы таралыуы йәһәтенән ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра ине.
Мәктәптәрҙә хәлдәр нисек?
Балаларҙың уҡый башлауына бер аҙна ваҡыт үтте. Асыҡланыуынса, ҡайһы бер мәктәптәрҙә балалар һәм уҡытыусылар сирләй башлаған. Был турала кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә билдәле булды.
Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, әлеге ваҡытта 323 уҡыусы дистанцияла уҡыуға күсте. Уларҙың күбеһе сирле кеше менән бәйләнештә булған. Был осраҡтар Ишембай, Мәләүез һәм Иглин райондарында теркәлгән.
– Һәр осраҡта ике сәғәт эсендә “Роспотребнадзор”ға һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына мәғлүмәт еткерелә. Сирле менән бәйләнештә булғандар, шул иҫәптән уҡытыусы дистанциялағы режимға күсә. Балалар баҡсаларында ла ошондай уҡ алым ҡулланыла, – тине Айбулат Хажин.
– Беҙҙә сирләгән кешеләр әле һаман байтаҡ. Күп етәкселәр һәм хакимиәт башлыҡтары сирләй. Бер башлыҡ ауыр хәлдә. Хәҙер тағы ике аҙна хәлде күҙәтергә кәрәк, артабан күҙ күрер, – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ төбәк етәксеһе грипҡа ҡаршы вакцина яһатыу кәрәклеге тураһында әйтте. Әлеге ваҡытта уны туғыҙ мең кеше яһатҡан. Яҡын арала балаларға прививка эшләй башлаясаҡтар.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, грипҡа ҡаршы вакцина алынған, ул быйылғы йыл аҙағынаса етәсәк.
Дөйөм алғанда, әле республикала коронавирус менән сирләгәндәр һаны 8011 кешегә еткән. Уларҙың 30-ы – һуңғы тәүлек эсендә. 67 кеше стационарҙа дауалана, биш кеше ауыр хәлдә. 789 кеше өйҙә дауалана. 7126 кеше һауыҡҡан.
Сүп-сар сығарыу ни хаҡ булыр?
Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров белдереүенсә, 1 сентябрҙән сүп-сарҙы сығарыу өсөн түләү арта.
Быға тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн хаҡты иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән кимәлгә тиклем күтәрергә ҡушҡайны. Был артабан сүп-сарҙы сорттарға бүлеү, эшкәртеү комплекстарын төҙөй башлау өсөн кәрәк.
Әйтергә кәрәк, хаҡтар республикала бер тигеҙ булып артмай. Һәр зонала эшләгән төбәк операторы үҙ хаҡын билдәләгән.
Шулай итеп, Өфөләге “САХ” муниципаль предприятиеһы күп фатирлы йорттар өсөн бер кешенән 75 һум һәм шәхси йорттар өсөн 76 һум хаҡ билдәләгән, “Дюртюлимелиоводстрой” – күп фатирлы йорттар өсөн 96 һум һәм шәхси йорттарға – 77 һум, “Экосити” күп фатирлы йорттарға – 94 һәм шәхси йорттар өсөн – 96 һум, “Экология Т” күп фатирлы йортта йәшәгәндәргә 95 һум һәм шәхси йортта йәшәгәндәр өсөн 96 һум хаҡ ҡуйған.
Билдәле булыуынса, быға тиклем күп фатирлы йортта йәшәгәндәр бер кеше өсөн 70 һум, шәхси секторҙағылар 35 – 70 һум түләй ине.
Башҡортостан Башлығы алыҫта урынлашҡан ауылдар өсөн был хаҡтарҙың нигеҙләнмәгән булыуын белдерҙе. Ҡағиҙә булараҡ, ауылдарҙа сүп-сарҙы аҙнаһына ике тапҡыр сығаралар, шуға күрә кешеләрҙән 70 һум түләүҙе талап итеү дөрөҫ түгел. Радий Хәбиров фекеренсә, был хаҡ өсөн сүпте көн һайын сығарырға кәрәк.
Министр Урал Искәндәров иһә ауылдарҙа сүптең күп булмауы һәм көн һайын йөрөүҙең кәрәкмәүен әйтте. Һөҙөмтәлә республика етәксеһе мәсьәләне хәл итеү, бөтә яҡлап тикшереү һәм нигеҙле ҡарар ҡабул итеү өсөн бер аҙна ваҡыт бирҙе.
Өҙөлмәһен ине йәш ғүмерҙәр...
Үткән аҙнала республика юлдарында 100 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 114 кеше йәрәхәтләнгән һәм ете кешенең ғүмере өҙөлгән. Был мәғлүмәтте республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты вәкиле еткерҙе.
Дөйөм алғанда, авариялар һәм унда йәрәхәтләнгәндәр һанын кәметеүгә өлгәшһәләр ҙә, үлгәндәр һанын ҡыҫҡартып булмай. Былтыр ошо ваҡытта 287 кеше һәләк булған булһа, быйылғы күрһәткестәр ҙә шуға тиң.
Бынан тыш, әлеге ваҡытта дәүләт комитеты рулгә иҫерек килеш ултырғандар менән көрәште дауам итә. Июнь аҙағынан алып 4201 эскән водитель асыҡланған, үткән аҙнала – 340 һәм ялдарҙа 196 иҫерек тотолған.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров янғындар тураһында әйтте. Үткән аҙнала теркәлгән 261 янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Ике осраҡта ла янғын тәмәке тартыу арҡаһында сыҡҡан. Былтырғы менән сағыштырғанда янғындар һаны – 421 осраҡҡа һәм унда һәләк булғандар 32 кешегә кәмегән. Бөрйән һәм Ейәнсура райондарында ике урман янғыны теркәлгән.
Йәй үтеп китһә лә, һыу ятҡылыҡтарында һәләк булғандар бар. Уҙған аҙнала ике кешенең кәүҙәһен сығарғандар. Әле уларҙың нисек үлеүе асыҡлана. Ике машина йылғаға ҡолаған. Беренсе осраҡ Ғафури районында була, унда 47 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлә. Икенсе осраҡ Яңауыл районында теркәлә. Машинала ултырған өс ир Беүә йылғаһына ҡолай. Икәүһен осраҡлы шаһит һөйрәп сығара, береһе үҙаллы сыға ала.
14 кеше бейеклектән ҡолаған, уларҙың бишәүһе һәләк булған һәм етеһе дауаханала. Улар араһында өс бала ла бар.
20 кеше урманда юғалған. Уларҙың береһе – Нуриман районы кешеһе үле килеш табылған, ҡалғандары иҫән.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов кәңәшмәлә ҡатнашҡандарҙы ҡыуандырҙы. Быйылғы уңыш һуңғы йылдар эсендәге иң юғары һөҙөмтәләрҙең береһе булыуы ихтимал. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, бөтә культураларҙы ла йыйып бөткәс, уның дүрт миллион тоннанан ашыу булыуын көтәләр.
Бөгөнгә ҡарата уңыштың 80 проценты самаһы йыйылған, был – 1 миллион 415 мең гектар майҙан. Уңыш йыйыу темптары уртаса Рәсәй кимәленекенә тиң.
– Әлеге ваҡытта 3 миллион 198 мең тонна ашлыҡ йыйылды. Уңыштың уртаса күләме гектарынан 22,6 центнер тәшкил итә. Был былтырғы күрһәткестән 2,9 центнерға күберәк. Үткән аҙналағы матур көндәр бик уңышлы файҙаланылды, иген йыйыу 1 миллион 16 мең тоннаға артты, 478 мең гектарҙа ашлыҡ һуғылды, – тине Илшат Фәзрахманов.
Республиканың ун районы 100 мең тоннанан ашыу яңы уңыш йыйҙы. Мәҫәлән, Илеш районында – 167 мең тонна, Саҡмағошта – 159 мең тонна, Стәрлетамаҡта 155 мең тонна йыйылды. Ҡайһы бер райондар эштәрен тамамлаған да тиерлек. Уңыш күрһәткестәре буйынса лидерҙар үҙгәрмәгән, улар – Саҡмағош, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Бүздәк, Дәүләкән һәм Дүртөйлө райондары.
Тик ауыр хәлдә ҡалған төбәктәр ҙә бар. Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Көньяҡ Урал һәм республиканың төньяҡ райондарында ҡатмарлы һауа шарттары арҡаһында киләһе йылға орлоҡ әҙерләү мәсьәләһе тыуыуы ихтимал. Был райондар етәкселәренә хәлде тикшерергә һәм уңышлы райондарҙан орлоҡ менән алмашыныуҙы ойошторорға кәрәк.
– Күҙаллауҙар буйынса, быйыл дүрт миллион тоннанан ашыу уңыш йыйыуыбыҙ ихтимал. Был беҙҙең өсөн бик мөһим һәм ҡыуаныслы һан, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ был күрһәткескә табан оҙаҡ барҙыҡ. Мин тура бәйләнеш күрәм: ауыл хужалығы тармағына техника һәм ашлама менән ярҙам итәбеҙ икән, уңыш та була.
Республика етәксеһе 2021 йылға бюджетты әҙерләгән саҡта ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеүгә айырым иғтибар бүлергә ҡушты. Быйыл был ярҙамды ҡоролоҡтан зыян күргән Хәйбулла районы алғайны.
Тештәрең ни хәлдә, уҡыусы?
Башҡортостан мәктәптәрендә “Юғарыға ос!” белем биреү проектының “Сәләмәт йылмайыу” модулен тормошҡа ашырыу сиктәрендә стоматология кабинеттары эшләй башланы. Был башланғыс менән төбәк етәксеһе Радий Хәбиров сыҡҡайны. 2019/ 2020 уҡыу йылдарында уларҙың дөйөм күләме 65-кә етте. Был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне.
2020 йылдың беренсе кварталында белгестәр 11 меңдән ашыу уҡыусыны ҡараған. Һәр өс баланың икәүһенә дауалау талап ителгән.
Радий Хәбиров үҙенең Контроль идаралығына республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә мәктәп стоматологиялары эшмәкәрлеген тикшерергә ҡушты.
– Әгәр ишектәрҙә йоҙаҡ тора икән, ныҡ итеп әрләшәсәкмен, – тине төбәк Башлығы. – Республика был проектҡа аҡса һалды, һәм беҙ район башлыҡтары менән стоматология кабинеттары эшмәкәрлеген тәьмин итергә тейешбеҙ, сөнки ҡайһы бер осраҡтарҙа мәктәп баланың тешен дауалай алырҙай берҙән-бер урын булып ҡала. Айырыуса – ауылдарҙа.
Радий Фәрит улы 500-ҙән 700-гә тиклем кеше йәшәгән ауыл мәктәптәрендә яңы стоматология кабинеттары асыуҙы дауам итергә ҡушты.
– Ҡалаларҙа муниципаль властар бының менән үҙҙәре шөғөлләнергә тейеш, ә беҙ ауыл балаларына иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ. Ауыл мәктәптәре теш дауалауҙың нигеҙе булһын, – тине ул.
Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы мәктәп ашханалары эшмәкәрлеге һәм башланғыс класс уҡыусыларын бушлай туҡланыу менән тәьмин итеүгә иғтибар итте.
– Туҡланыуҙың насар сифаты тураһында сигналдар килә, ҡәнәғәт булмаған ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа бар, – тине ул.
Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, барлыҡ мәктәп ашханалары штатлы режимда берҙәм меню буйынса эшләй, ул барлыҡ санитар талаптарға нигеҙләнеп раҫланған. Килгән бөтә ялыуҙар тикшерелә. Министрлыҡта был мәсьәлә буйынса мөрәжәғәттәр өсөн 8 (347) 292-11-52 телефоны буйынса “ҡыҙыу линия” эшләй.
Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына мәктәп ашханаларын тикшереүгә ата-әсә комитеты вәкилдәрен дә йәлеп итергә ҡушты.
Оператив кәңәшмәлә башҡа темалар ҙа ҡаралды. Улар араһында көҙ көнө үтәсәк “Йәшел Башҡортостан” акцияһы, күсемһеҙ милек объекттарын “Рәсәй почтаһы” устав капиталына тапшырыу, федераль иҫәпкә ауыл һәм ҡалаларҙы төҙөкләндереү һәм башҡалар булды.