Хәйбулла районында “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса тәҡдим ителгән проекттар тормошҡа ашырыла башланы. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, Атингән ауыл биләмәһенә ике тонна һыу һыйҙырышлы мискәһе булған мобиль янғын һағы комплексы килтерелде.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн аҡсалата ярҙам күрһәткән Йәнтеш халҡына, бағыусылар Әхәт Ғиләжев, Алмас Илембәтов, Рифат Байғужин, Ринат Таулыҡаев, Ғиса Атанов, Наил Исҡужин һәм Ғәлим Ултыраҡовҡа ҙур рәхмәтле Атингән ауылы биләмәһендә йәшәүселәр.
Урында янғын хәүефһеҙлеген хәстәрләү — төп мәсьәләләрҙең береһе. Төбәктә йәй һайын ҡоролоҡ булыуын иҫәпкә алғанда, мобиль янғын һағы комплексы булдырыу үтә мөһим.
Фото Атингән ауыл биләмәһе төркөмөнән.