Йәмғиәт
9 Сентябрь 2020, 11:35

Оҫта ҡуллы Марат ағайға баҡса эше бер ни түгел!

Баҡалы районының Баҡалы ауылында йәшәгән пенсионер картуф үҫтереү эшен тулыһынса техника ярҙамында башҡарыуға ҡулайлаштырған.

Баҡалы районының Баҡалы ауылында йәшәгән пенсионер картуф үҫтереү эшен тулыһынса техника ярҙамында башҡарыуға ҡулайлаштырған.
Марат Ғимазетдин улы Хәкимов хәрби өлкәләге лайыҡлы хеҙмәтенән һуң пенсияға сыҡҡас, үҙенең яратҡан шөғөлөнә - техниканы үҙгәртеп ҡороуға һәм йыйыуға тотона. Халыҡ оҫтаһы бөтә механизмдарҙы һәм эш ҡоралдарын үҙе уйлап сығара һәм йыя. Мәҫәлән, картуф ултыртҡанда ул һуҡа, ерҙе йомшартҡыс, йәшелсәне ултыртҡыс ҡуллана. Картуфтың һабағы күренгәнсе оҫтаханаһынан "терпе"һен, ҡый йолҡҡосон, салғыһын сығарып эшкә егә. Көҙгөһөн - уңыш йыйыр мәлдә картуф ҡаҙғыс эш башлай.
Марат Хәкимовтың хужалығында 20-гә яҡын төрҙәге агрегат бар, ә иң ҙур ярҙамсыһы - "Москвич" һәм иҫке мотоцикл деталдәренән үҙе йыйған мини-трактор. Ул шул тиклем бәләкәй, еңел, шуға күрә ерҙе тығыҙламай, ҡатыртмай. Улар арҡаһында картуф үҫтереү ауыр булмаған, хатта мауыҡтырғыс эшкә әйләнгән.

Фото:kugvesti.rbsmi.ru һәм Баҡалы телевидениеһы.
Читайте нас