Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Баймаҡ районына килде. Ул Ярат ауылында заманса уңайлыҡтары булған өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыуҙа ҡатнашты, ауыл халҡы менән осрашты.
Ярат ауылында ФАП төҙөү эштәре үткән йылдың октябрь айында башлана. Проект-смета документтарын әҙерләү ауыл халҡы йыйған аҡсаға һәм эшҡыуар Мырҙаҡаевтың бағыусылыҡ ярҙамына таянып эшләнелә. Объекттың дөйөм хаҡы - 3,27 миллион һум. Яраттарҙың шатлығын Радий Хәбиров та уртаҡлашты, уларҙың һау-сәләмәт йәшәүен теләне. Әйткәндәй, Ярат ауылы халҡы хөрмәтле ҡунаҡтарҙы бик йылы ҡаршыланы. Радий Фәрит улы уларҙы башҡорт телендә ихлас сәләмләне.
- Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар. Хәйерле көн, хөрмәтле баймаҡтар. Күптән бында килмәгәйнем. Күршеләргә, Сибайға, туғыҙ мәртәбә килдем, бында өсөнсө мәртәбә генә киләм. Шуға һеҙҙә проблемалар яйлап йыйылды. Бөгөн кәңәшләшеп бергә уйлайыҡ. Тағы ла нимәләр эшләргә кәрәк? Һеҙгә республиканан тағы ниндәй ярҙам кәрәк булыр? Бөгөн матур итеп ФАПты асайыҡ. Аҙаҡтан мин бында көнө буйы эшләйем, һорауҙар булһа, әйҙәгеҙ бергәләп һөйләшеп алайыҡ. Һеҙҙе бөгөнгө ваҡиға айҡанлы ҡотлайым, ҙур рәхмәт! — тине ул үҙ сығышында.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты 295 кешене хеҙмәтләндерәсәк, шуларҙың 119-ы - оло йәштәгеләр, 52-һе - балалар.
"300-ҙән ашыу халҡы булған Ярат ауылы өсөн был яңы ФАП - ысынлап та, ҙур бүләк. Хәҙер уларға 46 саҡрымдағы район үҙәгенә йөрөргә кәрәкмәй: яңы медицина учреждениеһында бар уңайлыҡтар булдырылған. Ауыл фельдшеры Динә Ҡунысбаева күптән инде хирург та, травмотолог та, педиатр ҙа булып бөткән. Ауыл халҡының һәм урындағы фермерҙың смета-проект документтары өсөн кәрәкле сумманы үҙҙәре йыйыуы, халыҡтың тап үҙенән инициатива сығыуы бик мөһим. Ярат халҡының, шул иҫәптән бөтә Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һау-сәләмәт булыуын теләйем. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү өсөн мөмкин булғанса ярҙам итәсәкбеҙ, - тип яҙған үҙенең сәхифәһендә республика Башлығы.
Радий Хәбиров халыҡ менән осрашҡандан һуң бер нисә күрһәтмә бирҙе. Улар араһында ауылды "зәңгәр ут" ҡа тоташтырыу, Яраттан Баймаҡҡа тиклем юл төҙөү, яңы ФАП-ҡа дарыуҙар һатыуға лицензия алыу, Күгиҙел ауылында ағымдағы йылда уҡ яңы ФАП төҙөүҙе башлау кеүек мәсьәләләр бар.
Артабан Радий Хәбиров Күсей, Темәс ауылы халҡы менән осрашасаҡ.