Руслан Шәрәфетдинов “Башинформ” агентлығының баш мөхәррире вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Әлегә тиклем был вазифаны биләгән Алик Шакиров агентлыҡта эшкә ҡала, тип хәбәр итте Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев.
Руслан Михайлович Шәрәфетдинов 1970 йылда Өфөлә тыуған. 1991 йылда – Львов юғары хәрби-сәйәси училищеһын, 2000 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә, эске эштәр министрының личный состав менән эш буйынса урынбаҫары булып эшләгән. Һуңғы ваҡытта БЮТ каналында “Честно говоря” телепроекты менән шөғөлләнә ине.