Йәмғиәт
9 Сентябрь 2020, 16:45

Журналистар ҙур ҡорға йыйыла

Бөгөн онлайн тәртибендә үткәрелгән ултырышта ошо турала иғлан ителде.

20 ноябрҙә Өфөлә Башҡортостан Журналистар союзының ХХII съезы уҙғарыла.
Бөгөн союз идараһы ағзалары һәм урындағы булексәләр рәйестәре ҡатнашлығында онлайн тәртибендә үткәрелгән ултырышта ошо турала иғлан ителде.
Әле республика Журналистар союзында 1600 ағза иҫәпләнә. Урындағы һәр бүлексәнән съезға берәр делегат һайлана.
Съезд Журналистар союзының юғары етәксе органын тәшкил итә һәм биш йылға бер тапҡыр саҡырыла.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас