Йәмғиәт
10 Сентябрь 2020, 17:15

Иғтибар итегеҙ: сикләүҙәр бар

Был баш ҡалабыҙҙа 11-13 сентябрҙә үтәсәк “Евразия йөрәге” V халыҡ-ара фестивале менән бәйле.

Баш ҡалабыҙҙа 11-13 сентябрҙә “Евразия йөрәге” V халыҡ-ара фестивале үтә.
Ошо сараға бәйле ҡайһы бер урамдарҙа транспорт сараларының йөрөүе сикләнәсәк. 11 сентябрҙең 12.00 сәғәтенән 12 сентябрь төнгө сәғәт 1-гә тиклем һәм 12 сентябрҙең 12.00 сәғәтенән 13 сентябрь төнгө 1-гә ҡәҙәр Зәки Вәлиди урамының Ғафури урамынан Аксаков урамына тиклемге, Ғафури урамының Свердлов урамынан Пятигорск урамына тиклемге, Пушкин урамының Ғафури урамынан Аксаков урамына тиклемге, Аксаков урамының Зәки Вәлиди урамынан Пушкин урамына тиклемге участкаларында һәм “Ватан” этнопаркына ингән урында транспорт йөрөүе туҡтатыла.
Тағы 11 сентябрҙең 12.00 сәғәтенән 13 сентябрь төнгө 1-гә тиклем “Торатау” конгресс-холы эргәһендәге туҡталҡа ла ваҡытлыса эшләмәйәсәк.
Ошо участкаларҙағы сикләүҙәр ваҡытында йәмәғәт транспорты йөрөүе схемаһы үҙгәртеләсәк.
Баш ҡала хакимиәте Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарынан индерелгән сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙе һорай.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас