Йәмғиәт
9 Сентябрь 2020, 20:00

Әсәләрҙе юғары награда көтә

Миҙал күп бала тәрбиәләгән 50 әсәгә тапшырыласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләргә юғары награда тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был документ республиканың хоҡуҡи мәғлүмәттәр интернет порталында донъя күрҙе.
“Әсәлек даны” миҙалы Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Бөрө, Бүздәк, Борай, Бөрйән, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Ҡыйғы, Мәсетле, Миәкә, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Яңауыл, Өфө райондарынан, Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 50 әсәгә тапшырыласаҡ.
Наградаға 17 мең һумдан ашыу аҡсалата премия ҡаралған.
"Әсәлек даны" миҙалы 1998 йылда булдырыла. Республикала һигеҙ меңдән ашыу әсә ошо наградаға лайыҡ.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас