Йәмғиәт
11 Сентябрь 2020, 13:50

Ата-бабаларҙан ҡалған һөнәр

Яҙылмаған ҡанундар бар.

Вәхитовтар Ишембай районының Яңы Һәйет ауылында йәшәй. Ул Бөрйән районына сиктәш төбәктә урынлашҡан. Ғаилә башлығы Ришат ағай менән ҡатыны Нәсимә апай, ныҡлы ғаилә ҡороп, балаларына белем биреп, эшле итеп, бөгөн ҙур ҡәүем булып тыуған ауылдарында донъя көтә. Ағас эшкәртеү, малсылыҡ һәм солоҡсолоҡ менән шөғөлләнәләр.


Тамға ырыу ҡотон һаҡлай


Ришат ағай урман эшкәртеү ху­жа­лығында эшләгән. 2000 йыл­дарҙа хужалыҡ тарҡалып, күпселек ауылдаштары, шул иҫәптән үҙе лә эшһеҙ ҡалғас, оҙаҡ уйлап тормай, элекке биналарҙы һатып ала ла шәхси эшҡыуарлыҡ эше менән шөғөлләнә башлай. Ағас эш­кәртеү, таҡта ярыу, бура бурау, бурса эш­ләү – бөгөн былар менән Вәхитовтарҙың өлкән улдары Илфат булыша.

Атай кеше улын яйлап бар эш­тең нескәлектәренә өйрәткәндән һуң, бары тик ярҙам итеп кенә тора.
Илфат Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Тормошон тыуған яғы менән бәйләргә ҡарар иткән. Әле ауылда өй һалып сыҡҡан, ҡатыны Резеда менән өс бала тәрбиәләйҙәр: Алтынай, Динислам һәм Ильяс ата-әсәһен ҡыуандырып үҫеп килә.
– Ағасты Бөрйән, Белорет райондарынан аукционда алабыҙ. Уны тәрән эшкәртеү һөҙөмтәһен бирә. Ишембай районы халҡы ғына түгел, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡа­лаһы, Ғафури районы кешеләре лә өй һалғанда беҙҙән бура ала. Заказдар ҙа, эш тә күп. Йәйгеһен ай һайын 100 кубометр продукция етештерәбеҙ, – тип һөйләй Илфат.
Кесе улдары Әнүр бала саҡтан ҡортсолоҡ менән ҡыҙыҡһына һәм ҡул араһына инеү менән атаһына ярҙам итә башлай. Әлеге ваҡытта Вәхи­товтарҙың 250-нән ашыу солоғо бар.
– Йылдан-йыл уларҙың һанын арттырабыҙ. Ата-бабаларыбыҙҙан килгән һөнәр бит ул солоҡсолоҡ. Беҙҙең ете быуыныбыҙ ҡортсолоҡ менән шө­ғөлләнгән. Шуға был эште дауам итергә тейешбеҙ, тип уйлайым, – ти Әнүр.
Беҙ уның менән ауылдан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта ятҡан умарталыҡта осраштыҡ. Был ер асыҡ һауа аҫтындағы музейҙы хәтерләтә. Ниндәй генә солоҡтар юҡ унда!
Вәхитовтарҙың эшмәкәрлегенең бер йүнәлеше – ата-бабаларҙан ҡалған солоҡ­тарҙы табып төҙөк­ләндереү. Төҙөклән­дерелгән тумар умарталарҙы ошонда ҡуялар, йә урманға алып барып, ағасҡа эләләр. Тумар умартаның эсе бик һәйбәт итеп эшкәртелә, бал да һаҡланғас, улар сереп бармай.
– Беҙ тапҡан тумар умарта­ларҙың күбеһендә Ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәренең тамғаһы тора. Ҡайһы берәүҙәренә эшләнгән йылы ла яҙылған. Күптән түгел 1811 йылда эшләнгән тумар умартаһына тап кил­дек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны теүәл килеш ағастан төшөрөп булманы. Ваҡыт барыбер аяуһыҙ, ағасы ыуалды, – тип һөйләй йәш балсы.
Әнүр үҙе эшләгән умарталарға мотлаҡ ырыу тамғаһын ҡуя. Был – яҙылмаған ҡанун. Вәхитовтарҙың тамғаһы – һәнәк. Тамға ырыу ҡотон һаҡлап торғандай, ҙур әһәмиәткә эйә.


Нескәлектәрҙе белеү шарт


Ҡыш айҙарында Әнүр тумар умарталар эшләү менән шөғөл­ләнә. Был – мәшәҡәтле һәм күп ваҡыт талап иткән эш. Шуға ҡара­маҫтан, йыл да яҙғылыҡҡа яҡынса ун тумар умарта әҙерләп ҡуя. Әҙер умартаның ауырлығы 100 – 200 килограмм тирәһе. Уны ағасҡа мендереп ҡуйыу күп көс һәм таһыллыҡ талап итә. Бер тумар умартаға яҡын­са өс меңдән ашыу ҡорт оялай.
Солоҡ балы ғәҙәти умарталағы балдан шаҡтай айырыла. Балды ҡортсолар бары тик көҙ еткәс кенә йыйып ала. Шуға ла уның күләме әллә ни күп булмай. Ябай умарталағы балды умартасылар йәй дауамында бер нисә тапҡыр йыя. Шуға күрә бал ҡорттары, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ булмаҫ тип ҡурҡып, һеркәне төрлө сәскәнән йыя башлай. Был балдың сифатына ҙур йоғонто яһай. Солоҡҡа килеп ҡунған бал ҡорттарына солоҡсолар көҙгә тиклем теймәй. Был осраҡта бал ҡорттарының генетик хәтере уяна, һәм улар балды бары тик сифатлы үләндәрҙән йыя. Һөҙөмтә булараҡ, балдың тәме лә, сифаты ла бөтөнләй икенсе.

Көҙөн, умарталар ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеп ҡуйылғас, уларға айыу йә һыуһар һөжүм итеүе ихтимал. Былтыр Яңы Сәйет ауылы урамдары буйлап айыуҙың һыйыр малын ҡыуып барғанын сағылдырған видеояҙманы күптәр ҡарағандыр. Был хәл тап Вәхи­товтарҙың урамында була ла инде.
Һәр эштәге һымаҡ, солоҡсо­лоҡта ла нескәлектәр күп. Яңы элен­гән тумар умарталарына ҡорт ҡунмауы – була торған күренеш. Шуға умарталарҙы ҡарап торорға кәрәк. Тәү сиратта, тумар умартаһы һәй­бәт таҙартылып, башҡа еҫтәр сығармаҫҡа тейеш. Икенсенән, йыш ҡына уның ауыҙына үрмәк­се­ләр ау үреп ҡуя икән. Шуға бал ҡорт­тары умартаға инә алмай. Умар­тасының мәшәҡәттәре бихисап.
Әнүр иһә бал ҡорттары менән уртаҡ тел тапҡан: холоҡтарын һәйбәт белә. Тик һәр солоҡтоң йөҙ йыллыҡ ҡарағайға эленеп, уның кәм тигәндә өс – биш ҡатлы йорт бейеклегендә урынлашыуын иҫәпкә алғанда, солоҡсоноң мәшәҡәттәре бихисап икәнлеген аңларға була.
Әнүр – йәш, алдынғы ҡарашлы егет. Ул киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

– “Торатау” геопаркына өмөт ҙур. Беҙҙең умарталыҡ уның билә­мәһенә инә. Ошонда балаларға, туристарға солоҡ балы тураһында һөйләп, күрһәтеп, бал менән сәй эсереп, туризмды үҫтереүгә өлөш индерге килә. Бынан тыш, солоҡ балын, солоҡ­солоҡто популяр­лаш­тырыуҙы маҡсат итеп алдыҡ. Был шөғөл – беҙҙең ата-баба­лары­быҙ­ҙан ҡалған мираҫ, уны юғалтырға ярамай. Киләсәктә умарталыҡта экоферма ойоштороп, килгән туристарҙы бал балы, буҙа, ҡорот, фермала етеште­релгән башҡа милли аҙыҡтар менән һыйларға иҫәп бар, – ти Әнүр.
Был хыялдарҙың тормошҡа ашырына һис шикләнмәйем, сөнки умарталыҡта ҡунаҡтарҙы ҡабул итер өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Со­лоҡсолоҡ эшенең нескәлек­тә­рен, үҙенсәлектәрен һөйләп, оҫта­лыҡ дәрестәре үткәреү өсөн мөм­кинлектәр етерлек. “Эшләйем!” тип маҡсат ҡуйған Әнүр хыялдарын тор­мошҡа ашырмай туҡтамаҫ, әлбиттә.


Балы сифатлы


Солоҡ балын кешегә күрһәтеп, уның турала күберәк белһендәр, тигән маҡсат менән Әнүр төрлө са­раларҙа йыш ҡатнаша. Йәр­мин­кә, умартасылар йыйыны, конфе­рен­цияларҙан ситтә ҡалмай. Килә­һе йыл Башҡортостанда үтәсәк ха­лыҡ-ара сара – “Апимондия-2021” конгресында ҡатнашырға йыйына.
Балдың сифатына ҙур иғтибар бүлә егет. Үҙе етештергән продук­цияның артабан ҡайҙа китеүе, ҡайһы тарафҡа һатылыуы һәм иң мөһиме – һатып алыусының уның сифатынан ҡәнәғәт ҡалыуы – Әнүр өсөн мөһим шарттарҙың береһе. Әлеге мәлдә Вәхитовтар етеш­тергән балды “Башҡорт бал ҡорто” компанияһы күмәртәләп һатып ала. Әммә Әнүр балдың ҡайһы яҡҡа һатылыуын белмәй ҡала. Был уны бик ҡәнәғәт­лән­дермәй. Уға етештереүсе менән һатып алыусы араһын ҡыҫҡартып, артабан бәйләнеш булдырыу мөһим. Шуға балды һатыу эшен икенсе төрлөрәк ойошторорға иҫәп тота.
Әлбиттә, күпселек эшҡыуарҙар һымаҡ уҡ, Әнүр ҙә балдың күләме, алынған килем тураһында өндәшеп бармай, әммә “Башҡортостан” гәзите өсөн был серҙе асты. 250 солоҡтан улар йылына яҡынса 700 – 800 килограмм бал ала. Солоҡ балының өс литры 16 мең һумдан һатыла. Саф килем бер миллион һум тәшкил итә, ти Әнүр.
Күптән түгел башҡорт ғалим­дары солоҡ балының яман шеш ауырыуына ҡаршы тороу һәләтен асыҡлаған. Бал, кәрәҙ, һеркә, хатта үлгән ҡорттар ҙа көслө дарыу икән. Уларҙағы микроэлементтар яман шеш күҙәнәктәренең үҫешен туҡтатыу көсөнә эйә.
Вәхитовтарҙың бөтә донъяһы Нәсимә Ғәйнулла ҡыҙы тирәләй әйләнә. Ул – ауылдағы башланғыс мәктәп уҡы­тыусыһы. Эшендә хөрмәтле педагог, өйөндә уңған хужабикә, ҡәҙерле ҡатын һәм әсәй. Әнүрҙең ҡатыны Гөлсәсәк килене менән бер һүҙһеҙ бер-береһен аңлап, ҡәйнә-килен булып матур йәшәйҙәр.


Ишембай районы.
Читайте нас