Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының техник паркы даими рәүештә яңыртыла. 2019 йылда йәмғиәткә 478 яңы транспорт сараһы тапшырылған.
Бөгөн иһә баш ҡалабыҙ Өфөлә Vector NEXT маркалы автобустарҙың асҡысын тапшырыу тантанаһы үтте. Шулай итеп, йыл башынан “Башавтотранс”ҡа 245 берәмек яңы автобус бирелде. Улар ҡала һәм ҡала-ара маршруттарға йөрөй.
Vector NEXT австобустары - “Павлово автобус заводы” етештергән машиналар. Кузовы оҙонайтылғас, күберәк пассажир һыя. Башҡалар менән сағыштырғанда, тәпәшерәк тә. Инвалид коляскалары менән инеүе еңелерәк, уларҙы беркетеп ҡуйыу өсөн махсус урын да бар. Салонда баҫып барған пассажирҙар өсөн уңайлы майҙансыҡ булдырылған.
Яңы автобустар Өфө ҡалаһында йөрөйәсәк. Был маршруттар араһындағы ваҡытты ҡыҫҡартыуға, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға килтерәсәк.
Бөгөндән ҡала автобустары көҙгө расписание буйынса йөрөүгә күсә. Был ҡалала пассажирҙар һанының артыуына бәйле. Яңы автобустар иһә ошо мәлдә өҙөклөк булдырмауға булышлыҡ итәсәк, ҡалғандарын сиратлап ремонтлап алырға ла мөмкинлек тыуасаҡ.
Әлеге тантанала Өфө мэры Өлфәт Мостафин “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренә Хөкүмәт наградалары тапшырҙы. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән "УАТП-1" водителдәре Спартак Нухов һәм Анна Яровенко, "УАТП-2" водителдәре Рәдиф Әбҡәйеров, Раушан Гәрәев, Мөнир Йыһангировтар бүләкләнде. Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатына Максим Герасимов, Александр Кобылкин, Булат Нухов, Рәмил Усманов, Мансур Шакировтар лайыҡ булды.
Тантана аҙағында “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры Нәҙир Сәмиев “Алға” транспорт картаһын таратыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкән кондуктор һәм водителдәргә аҡсалата бүләктәр тапшырҙы.