Йәмғиәт
11 Сентябрь 2020, 08:01

“Беҙ кешеләрҙең фекерен иҫәпкә алырға тейеш”

Республика етәксеһе Баймаҡ халҡы менән осрашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ ҡалаһы һәм районында эш сәфәрендә булды. Төбәк етәксеһе райондың социаль һәм инфраструктура объекттарын ҡараны, ауыл халҡын борсоған мәсьәләләр менән яҡындан танышты, яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыуҙа ҡатнашты, төбәктең үҫеш мөмкинлектәрен барланы.


Яратта – яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты


Радий Хәбиров үҙенең эш сәфәрен Ярат ауылында заманса уңайлыҡтары булған өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыуҙан башланы, ауыл халҡы менән осрашты.
Бында ФАП төҙөү эше үткән йылдың октябрь айында башлана. Проект-смета документтарын әҙерләү ауыл халҡы йыйған аҡсаға һәм эшҡыуар Мырҙаҡаевтың бағыусылыҡ ярҙамына таянып башҡарыла. Радий Хәбиров, ярат­тарҙың шатлығын уртаҡлашып, уларҙың һау-сәләмәт йәшәүен теләне.
Баймаҡ районы хакимиәте баш­лығы Фәнис Әминев республика етәкселегенә ҙур бүләк өсөн рәхмәт белдерҙе. ФАП-тың иҫке бинаһы 1976 йылда уҡ төҙөлгән һәм уны ремонтлап булмаған. Әлеге фельдшер-акушерлыҡ пункты 295 кешене хеҙмәтләндерәсәк, шуларҙың 119-ы -– оло йәштәгеләр, 52-һе -– балалар.
Радий Хәбиров халыҡ менән осрашҡандан һуң бер нисә күрһәтмә бирҙе. Улар араһында ауылды зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу, Баймаҡҡа тиклем юл төҙөү, яңы ФАП-ҡа дарыуҙар һатыуға лицензия алыу, Күгиҙел ауылында ағымдағы йылда уҡ яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөүҙе башларға, 1 ноябргә тиклем Баймаҡ үҙәк дауаханаһына ике “Ашығыс ярҙам” машинаһын тапшырырға ҡушты.
Шулай уҡ төбәк етәксеһе Ғүмәр ауылы халҡының да үтенестәрен тормошҡа ашырыуға ярҙам итеү бурысын ҡуйҙы. Улар “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы сиктәрендә ауыл мәҙәниәт йортон ремонтлауҙы һәм йәштәр ялын ойоштороу өсөн майҙансыҡтар ойоштороуҙы һо­раны.


“Алтын өҫтөндә” ултырған ауылдың аһ-зары


Күсей ауылы халҡын оҙаҡ йылдар буйы яҡындағы ерҙәрҙе аҡ­тарып, ҡаҙылма байлыҡ табыусылар борсой. Алтын йыуыусыларҙан ҡалған соҡор-саҡыр урындар күмелмәй, асыҡ рәүештә ҡала, рекультивация эштәре башҡарылмай.

Радий Хәбиров ҡеүәтле бизнес вәкилдәренең ауыл халҡын үҙҙә­ренең эше менән таныштырырға, рекультивация менән шөғөл­лә­нергә һәм төбәктең инфра­струк­тураһын үҫтереүгә муниципали­тетҡа ярҙам күрһәтергә тейешлеген белдерҙе.

Ауыл халҡын нисәмә йылдар борсоған юл мәсьәләһе лә күтә­релде. Сибай – Күсей юлына бер ваҡытта ла асфальт түшәл­мәгән, әле булһа ул насар хәлдә. Күрше Әбйәлил районының Хәлил ауылы менән ара ни бары 12 саҡрым. Ошо юлды тоташ­тырыуҙа ла ярҙам итәсәгенә ышандырҙы Баш­ҡортостан Башлығы.


“Тәмле лә, файҙалы ла...”


Артабан төбәк етәксеһе Фәй­зулла ауылы янында башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү һәм ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнгән фермер Фирҙәүес Хәлимовтың хужалығында булды. Эшҡыуар киләсәктә мал һуйыу пункты менән берлектә ит ризыҡтарын эшкәртеү цехы төҙөүҙе планлаштыра. “Хәләл” билдәһе аҫтында сығасаҡ продукцияны йылҡы һәм һыйыр итенән етештереү ҡарала. Төҙө­лөштөң хаҡы яҡынса 15 миллион һум күләмендә баһалана.
Радий Хәбиров фермерҙың баш­ланғысын хупланы. Башҡортос­танда техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға, шулай уҡ мал һуйыу пункты төҙөүгә сығымдарҙың яр­тыһын субсидиялау буйынса республика программалары булыуын билдәләне һәм уның менән фай­ҙаланырға кәңәш итте.


Баймаҡ буйлап сәйәхәт


Ҡала менән танышыуҙы Радий Хәбиров 2019 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль про­г­раммаһы буйынса төҙөклән­де­релгән Еңеү паркынан башланы. Бү­ленгән 17 миллион һум аҡсаға бында йәшелләндереү эштәре башҡарылған, йәйәүлеләр өсөн юл һалынған, ҡоймалар, яҡтыртыу һәм архитектура объекттары монтаж­ланған.
Бынан тыш, парк биләмәһендә спорт һәм балалар өсөн уйын май­ҙансыҡтары урын­лашты­рыл­ған, мини-футбол өсөн урын бул­ды­рылған. Бында шулай уҡ ҡала хал­ҡы һәм ата-әсәләр балалары ме­нән ял итергә, спорт менән шө­ғөл­ләнергә килә. Еңеү паркы бай­маҡ­тарҙың иң яратҡан урынына әйләнгән.
Район үҙәгендә республика Башлығы “Баймаҡ-Арена” ябыҡ боҙ һарайы проекты менән танышты, төҙөлөш буласаҡ урынды ҡараны. Ул ҡала стадионы янында урын­лашасаҡ. Спорт объектын төҙөү эштәрен ағымдағы йылда уҡ башларға планлаштырыла. Бында шулай уҡ фигуралы шыуыу, шорт-трек, хоккей кеүек спорт төрҙәрен үҫтереүгә ҙур мөмкинлек тыуҙы­рыласаҡ.
– Объектты 15 ноябрҙән дә һуңға ҡалмай төҙөй башлағыҙ. Киләһе йыл аҙағында боҙ һарайын асырға тейешбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Киләсәктә был проект республиканың ҙур булмаған ҡалалары өсөн өлгө буласаҡ.
Ошонда уҡ төбәк етәксеһе тренерҙар һәм спортсылар менән аралашты. Районда спорттың төрлө йүнәлештәре киң үҫеш алған, халыҡ-ара ярыштарҙа призлы урындар яулана.
Радий Хәбиров “Ауыл тренеры” программаһында ҡатнашыу өсөн ай аҙағына тиклем кандидаттар исемлеген ебәрергә ҡушты. Беренсе этапта өс ауылда эшләгән тре­нерҙарға 600-әр мең һум күләмендә аҡсалата ярҙамға сертификат тапшырыласаҡ.
Республика етәксеһе ҡаланың 4-се лицейында булды, коронавирус инфекцияһына бәйле индерел­гән санитар нормаларҙың һәм ҡа­ғиҙәләрҙең үтәлеше менән яҡындан танышты. Был талаптарҙың үтәле­шен Башҡорт дәүләт медицина университетының V курс студенты Динар Игишев контролдә тота.
Яңы уҡыу йылынан белем усағында заманса йыһазлан­ды­рылған стоматология кабинеты эшләй башлаған. Баймаҡ ҡалаһы мәктәптәренең V – XI класс уҡыу­сылары өсөн профилактик тик­шереүҙәр графигы төҙөлгән. Планлы ҡабул итеүҙе юғары категориялы теш табибы Тәғзимә Сәйетова алып бара.
Радий Хәбиров “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы Юбилей урамындағы күп фатирлы йорт алдында барған төҙөклән­дереү эштәре барышы менән танышты. Бында ихата алдындағы тротуарҙарға асфальт түшәлгән, балалар майҙансығына резина япма түшәү планлаштырылған.


Темәстә


Республика Башлығының Бай­маҡ районындағы эш сәфәре Темәс ауылында тамамланды. Ул ауыл янындағы Һаҡмар йылғаһы аша һалынған ике күперҙе ҡараны. Уларҙың тәүгеһе 2018 йылда ремонтланған, әммә подрядсы ойошма эште етешһеҙлектәр менән башҡарған. Шунлыҡтан күпер габаритлы нормаларға тура килмәй, плитә ситтәре буйлап емерелгән урындар күренә. Уны ҡайтанан ремонтлау өсөн 15,7 миллион һум аҡса талап ителә. Күперҙең икен­сеһе 1999 йылда төҙөлгән, ремонт өсөн 15 миллион һум тирәһе аҡса кәрәк.
Радий Хәбиров намыҫһыҙ подрядсыларға ҡарата дәғүә эшен дауам итергә, шулай уҡ 2021 – 2022 йылдарға икенсе күперҙе ремонтлау проектын әҙерләргә ҡушты, район юлдарына ремонт талап ителеүен дә билдәләне.
Темәстә Башҡортостан Баш­лығы яҡын арала төҙөлөш эштәре башланасаҡ физкультура-һауыҡ­тырыу комплексы майҙанын ҡара­ны. Был спорт объекты дүрт мең кеше йәшәгән ауыл халҡын ғына түгел, уның тирә-яғында йәшәүсе­ләрҙе лә хеҙмәтләндерәсәк.
Темәстәрҙе шулай уҡ ҡый сы­ғарыу һәм ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу, балалар табибы булмауы, районда эш урындары етешмәү, ауыл хужалығы продукцияһын ҡабул итеү нөктәләренең булмауы борсой. Улар шулай уҡ ауылға газ үткәреү проблемаһын да күтәреп сыҡты.
– Беҙ һеҙгә ярҙам итергә әҙер. Әгәр, мәҫәлән, юл буйы инфра­структураһын үҫтерергә теләк белдереүселәр табылһа, кафе асырға, автозаправкалау станция­һы төҙөр өсөн ер бүлеп бирергә әҙер. Мин яңы физкультура-һауыҡ­тырыу комплексын асырға килә­сәкмен, был ваҡытта газ булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн минең өсөн иң мөһиме халыҡтың нисек йәшәгәнен, уларҙы нимә борсоғанын аңлау ине. Төрлө социаль программалар, объекттар төҙөп, беҙ барыһынан да элек кешеләрҙең фекерен иҫәпкә алырға тейеш, – тип һығымта яһаны төбәк Башлығы.
Үҙенең эшлекле эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Баймаҡ районында күсмә “Ауыл сәғәте” үткәрҙе. Ул йылҡысылыҡты үҫтереүгә арналды.


Баймаҡ районы.
Читайте нас