"Урындағы башланғыстарҙы хуплау" программаһын файҙаланып, Илештең Иләкшиҙе ауыл халҡы Ташшишмә йылғаһы аша күпер төҙөү хыялы менән күптән янған. Ҡоролма таушалып, хәүеф тыуҙыра башлаған булған.
Ниһайәт, халыҡтың хыялы тормошҡа ашты. Күперҙе асыу тантанаһында Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин ҡатнашты.
"Бөгөн Бишҡурай ауылы биләмәһендә икеләтә байрам. Был күпер халыҡ өсөн ифрат мөһим. Бәләкәй генә булһа ла, Ташшишмә йылғаһы мул. Быуа ауыл халҡы өсөн кәрәк. Күптәр мал тота, ҡош-ҡорт үҫтерә. Шуға был объектты еренә еткереп эшләү мөһим ине. Программала Бишҡурай ауылы биләмәһе халҡы әүҙем ҡатнаша: ФАП төҙөлдө, “Белорусь” тракторы алынды, һыу үткәрелде. Әле күпер һалынды. Берҙәм атҡарылған эштең һөҙөмтәһен шунда уҡ күреү ҙә ҡыуаныслы.
Иләкшиҙеләр “Айыҡ ауыл” акцияһына ла ҡушылды. Данлыҡлы төйәктә матур ғаиләләр бихисап. Ауылығыҙ төҙөк. Был акция эскеселек менән көрәш өсөн үткәрелмәй. Ундайҙар юҡ бында. Дәртлерәк йәшәү, гөрләтеп донъя көтөү өсөн үткәрелә", - тип тәбриәкләне райондаштарын Илдар Иршат улы.
Ошондай уҡ сара Иҫәнбай ауыл Советына ҡараған Теләкәйҙә лә үтте. Бында әлеге программаға ярашлы "МТЗ-82.1" тракторы һатып алынған. Теләкәйҙәр ҙә “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән.
Илеш районынан был бәйгелә йәмғеһе 18 ауыл ҡатнашырға иҫәп тота.