Башҡортостаным – күңелемдә бөтмәҫ-төкәнмәҫ моң, тик изге хистәр генә тыуҙырған ерем. Тап ошо – әкиәттәй гүзәл ерҙә тыуғаныма сикһеҙ ғорурлыҡ кисерәм.
Мин – Изалиә Изаил ҡыҙы Хәлимова. 1995 йылдың йәмле октябрь айында донъяға килгәнмен. Сығышым менән Илеш районының Иҫәнбай ауылынан. Бәләкәйҙән әсәйем башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләне, аныҡ маҡсаттар ҡуйып, бөтә тырышлығымды һалып белем үрҙәрен яуланым, белемгә, фәһемгә, үҫешкә ынтылып үҫтем. Мәктәптәге барлыҡ йәмәғәт сараларында ла әүҙем ҡатнашып, бала саҡтан ижад мөхитендә янып йәшәйем, сәнғәткә ғашиҡ булып, йыр-моң араһында йөҙәм. Ә уҡыуҙы алтын миҙалға тамамлап, донъялағы иң гүзәл ҡала – Өфө ҡалаһында уҡыу бәхетенә ирештем. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инеүем минең алдымда инглиз, төрөк телдәрен үҙләштереүгә, һәләттәремде камиллаштырыуға, үҙ-үҙемде үҫтереүгә яңы мөмкинлектәр, юғарыраҡ үрҙәр асты. Әлеге ваҡытта мин балаларға нур һибеп, алған уҡытыусылыҡ һөнәремде яратып башҡарам.
Һәр кешенең яҙмышы – үҙ ҡулында, тип иҫәпләйем. Теләге көслө, маҡсаты ҙур булғандарға бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ юҡ, бары алға ынтылырға, ныҡышмал һәм тырыш булырға кәрәк.
Бәйгелә һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: милли коллоритлы, матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрергеҙ.
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра.
2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе абруйлы жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм фотобәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фотоһы гәзит календарын биҙәйәсәк.