Республика Башлығының 2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһындағы указына ярашлы, республика биләмәһендә урынлашҡан рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөү бурысы ҡуйыла. Быйыл 450 сүплек юҡҡа сығырға тейеш, бөгөнгә уларҙың 273-ө, йәғни 60 проценты, бөтөрөлгән.
Учалы районында ла был йәһәттән маҡсатлы эш киң ҡолас ала. Район биләмәһендә рөхсәтһеҙ барлығы 79 сүп-сар урыны асыҡлана, йыл башынан Сәфәр, Ҡунаҡбай, Туңғатар, Илсеғол, Миндәк ауыл биләмәләренә ҡараған 23 сүплек тулыһынса юҡ ителгән.
Әлеге ваҡытта Мансур, Сораман, Көсөк-Маяҡ, Ғәлиәхмәр ауылдары эргәһендә рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүп-сар өйөмөн бөтөрөү өсөн маҡсатлы эш алып барыла.
– Беҙҙең биләмәгә алты ауыл ҡарай, һәр береһе эргәһендә сүплек бар ине, әле аукцион шарттарында еңеүсе тип табылған урындағы “УралЭнерго” подряд ойошмаһы соҡор ҡаҙып, йыйылған ҡыйҙы күмеп, тигеҙләү эштәрен башҡара, – ти Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Илдар Килмөхәмәтов.
Быйыл 1 ғинуарҙан ҡала яны ҡасабаларынан һәм ауылдарҙан көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу эшен “Эко-Сити” төбәк операторы башҡара. Шуныһы яҡшы, хәҙер шәхси йортта йәшәгән кешеләр элеккесә сүп-сар тултырылған тоҡтары менән сәғәттәр буйы ҡый ташыған машинаны көтөп тормай, улар өсөн уңайлы график булдырылған. Ҡалала контейнерҙар көн дә бушатыла, ауылдарҙа – аҙнаһына бер тапҡыр.
– Былтыр биләмәгә ҡараған һәр ауылда һигеҙ кубометр һыйҙырышлы сүп йәшниктәре урынлаштырылды, Зәйнәкәй менән Сораман кеүек ҙурыраҡ ауылдарҙа улар икәү. “Ҡый реформаһын” төрлөсә ҡабул иттеләр, әлбиттә. Тәүҙәрәк элекке кеүек, сүп-сарын ситкә алып барып түгеүселәр ҙә бар ине. Тора-бара халыҡ өйрәнде. Шуныһы ҡыуаныслы, элек ауыл эргәһендәге сүплеккә түгелгән полиэтилен пакеттар, пластик һауыттар ел ыңғайына осоп, тирә-яҡҡа таралып, тәбиғәтте бысратып ятыр ине, хәҙер тирә-яҡ тап-таҙа. Быйыл сүп-сар контейнерҙары урынлаштырылған урындарға асфальт түшәләсәк. Быяла әйберҙәр, пластик һәм ҡағыҙ өсөн айырым бокстар ҡуйыласаҡ, – тине Илдар Әсхәт улы.
Евроконтейнерҙар урынлаштырыласаҡ
Тиҙҙән ҡалала ла ғәҙәти сүп-сар йәшниктәре евроконтейнерҙарға алмаштырыла башлаясаҡ. Сүп-сар өсөн тәғәйенләнгән тимер һауыттарға ҡарағанда, улар күпкә уңайлыраҡ, тип билдәләнә. Евроконтейнерҙарға ҡапҡас, тәгәрмәс, тормоз, ҡапҡасты аяҡ ярҙамында асыу механизмы ҡуйылған. Уларға тик көнкүреш ҡалдыҡтарын ғына һалырға ярай. Төҙөлөш материалдарын, утлы күмер, тиҙ тоҡаныусы шыйыҡсаларҙы ташлау тыйыла. Евроконтейнерҙар ныҡлы пластиктан эшләнгән. Уларҙың һәр береһенә 1,2 кубометр сүп-сар һыя, элекке бактарҙың һыйҙырышлылығы – 0,6 кубометр, шуға күрә бер яңыһы элекке икәүһен алмаштыра.
Контейнерҙар Германиянан килтерелгән, улар уңайлы, махсус ҡапҡастары арҡаһында сүп-сарҙы ташлауы ла еңел. Шулай уҡ уларҙың тышҡы йөҙө лә бөхтә, күп фатирлы йорттарҙың ихатаһын йәмһеҙләмәйәсәк. Өҫтәүенә һауа температураһы үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып яһалған һәм бөгөнгө экология талаптарына яуап бирә. Ҡулланыу ваҡыты тамамланғас, ҡайтанан эшкәртеүгә оҙатыласаҡтар.
Әле ҡала буйынса – 68, районда 278 сүп-сар майҙансығы бар. Көҙгә тиклем бөтәһе лә асфальтланасаҡ һәм кәртәләп алынасаҡ.
Контейнер паркын яңыртыу – «Экология» милли проектына ярашлы ҡуйылған өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, шуға ҡалдыҡтарҙы йыйыу өсөн яңы сүп-сар һауыттарын һатып алыу дауам итәсәк.
Бынан тыш, ҡый йыйыу майҙансыҡтарында селтәрле контейнерҙар ҙа ҡуйыла, улар пластик кеүек көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуға тәғәйенләнгән. Район буйынса 93 евроконтейнер урынлаштырыу күҙаллана. Быяла әйберҙәр өсөн – ҡыҙыл, пластик өсөн – һары һәм ҡағыҙ өсөн зәңгәр төҫтәге бокстар ҡуйыласаҡ.
Берҙәм тотонһаң, һөҙөмтә көттөрмәй
Ғөмүмән, Учалыла булған һәр кем ҡаланың да, ауылдарҙың да таҙа торошона иғтибар итмәй ҡалмайҙыр. Бындағы халыҡ элек-электән тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә, таҙалыҡҡа ҙур иғтибар бүлә.
Иртә яҙҙан ҡалала ғына түгел, райондың һәр ауылында “Таҙа кесе йома”лар уҙғарыу күптән традицияға әйләнгән. Учреждение, предприятие, ойошмалар араһында үҙ биләмәләрен йәшелләндереү, төҙөкләндереү буйынса конкурстар ҙа ойошторола.
Ә быйыл “Иң матур ауыл” һәм “Өлгөлө йорт” конкурстары иғлан ителгән. Әйткәндәй, беренсеһендә таҙалыҡҡа, тәртип-бөхтәлеккә, йорттарҙың, учреждение биналарының төҙөклөгөнә, тирә-яғы йәшелләндерелеүенә, шишмә, ҡоҙоҡ, һыу колонкаларының тәрбиәле тотолоуына, юл-урамдарҙың торошона төп иғтибар биреләсәк.
Ауыл һәм ҡала биләмәләрен төҙөкләндереү, таҙа тотоу маҡсатында урындағы халыҡ төрлө программаларҙа ла ҡатнаша. Мәҫәлән, ҡаланан алыҫ түгел урынлашҡан иң ҙурҙарҙан һаналған Учалы ауылын ғына алайыҡ. Ауыл халҡы “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында өс йыл дауамында ҡатнашып, 47 сүп-сар контейнерҙарын урынлаштырыуға өлгәшкән. Учалы ауылында туҙып ятҡан көнкүреш ҡалдыҡтарын, ҡый тулы бактарҙы күптән күрмәҫһең, сөнки контейнерҙар ергә күмеп урынлаштырыла, сүп-сар түгелгәс, улар ҡапҡас менән ябып ҡуйыла. Дөйөм хаҡы дүрт миллион һумға төшкән проект республикала тәүгеләрҙән булып тормошҡа ашырыла. Әлбиттә, бағыусылар, халыҡтың әүҙемлеге арҡаһында ғына был мөмкин була.
– Бөгөнгә контейнерҙарҙа йыйылған көнкүреш ҡалдыҡтарын “Тәбиғәт” полигонына сығарыу эше менән “Эко-сити” йәмғиәте шөғөлләнә. Элекке сүплектең урынын күмеп, йәшелләндереп ҡуйҙыҡ, – ти Учалы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Альберт Мостафин.
Рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөү ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн яңы өҫтәмә контейнерҙар урынлаштырыуҙы талап итә. Бөгөн ауылдарҙа күләме һигеҙ кубометр сүп-сар һыйҙырышлы 207 контейнер ҡуйылған, тиҙҙән өҫтәмә рәүештә йәнә 25 бункер һатып алынасаҡ.
Мәғлүм булыуынса, республикала Зауыҡлы биләмәләр йылында ауыл һәм ҡала биләмәләренең эстетик йөҙөн булдырыу, төҙөкләндереү кимәлен күтәреү, халыҡ өсөн уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырыу өсөн бик күп эш башҡарыла. Учалыла ауыл биләмәләрендә сүп-сар контейнерҙары урынлаштырыу, ҡалала сүп-сар һауыттарын замансаға алмаштырыу – был йүнәлештәге мөһим аҙымдарҙың береһе.