Йәмғиәт
11 Сентябрь 2020, 13:30

Яңы етәксе килде

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы менән осрашты.

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы эске хеҙмәт полковнигы Владислав Дзюба менән осрашты.
Төбәк идаралығының яңы етәксеһе менән Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәте директоры урынбаҫары эске хеҙмәттең генерал-лейтенанты Валерий Балан таныштырҙы.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республикала ведомство эшмәкәрлеге хаҡында һөйләште.
Владислав Владимирович Дзюба 1975 йылдың 22 сентябрендә Иркутск өлкәһендә тыуған. Иркутск юғары хәрби авиация-инженер училищеһын, Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Хоҡуҡ һәм идара академияһын тамамлаған.
2002 йылдың июненән Иркутск һәм Сахалин өлкәләренең енәйәт-башҡарыу системаһында төрлө вазифаларҙа эшләгән.
2014 йылдан Саха (Яҡут) Республикаһы буйынса Федераль яза башҡарыу идаралығына етәкселек иткән.
I, II дәрәжә “Хеҙмәттәге тырышлыҡ өсөн”, I, II, III дәрәжә “Хеҙмәттәге отличие өсөн” миҙалдары, II дәрәжә “Хеҙмәттәге отличие өсөн” почет билдәһе менән наградланған.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас