Йәмғиәт
11 Сентябрь 2020, 13:00

Законһыҙ ҡорал һаҡлаһаң...

Уны тапшырып, һәйбәт кенә аҡса алырға була. Мәҫәлән, гранатомет өсөн.

Башҡортостан властары законһыҙ һаҡланған ҡоралды үҙ иркең менән тапшырыу өсөн аҡсалата бүләкләү кимәлен яңынан ҡараған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле ҡарарға ҡул ҡуйған, ул хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталында донъя күрҙе.
Документҡа ярашлы, гранатомет, пулемет һәм миномет тапшырған өсөн тәғәйенләнгән иң ҙур сумма – 25 мең һум. Үҙ теләгегеҙ менән автомат, винтовка, карабин, һырлы спорт һәм һунар мылтыҡтарынан баш тартһағыҙ, 20 мең һум ала алаһығыҙ. Хәрби пистолет йәки револьвер, үҙең эшләгән һырлы, шулай уҡ шыма һунар йәки спорт ҡоралын тапшырған өсөн 15 мең һум аҡса түләнәсәк.
Бынан тыш, үҙең эшләгән шыма көбәкле, сәпкә тейҙереү кимәле сикләнгән ҡорал өсөн 10 мең һум ҡаралған. Шартлатҡыстар һәм сәнәғәттә етештерелгән пластит өсөн – алты мең һум, үҙең эшләгән шартлатҡыстар өсөн – биш мең һум түләнәсәк.
“Һалҡын" һәм сигнал ҡоралын тапшырған өсөн бер мең һум бирәсәктәр. Бер патрон өсөн 20-35 һум алырға мөмкин.
Фото: bobr.by
Читайте нас