Йәмғиәт
12 Сентябрь 2020, 09:30

Белореттағы данлыҡлы күперҙе нимә көтә?

Хужаһыҙға әйләнде, аҙаҡ уның аша үтеүҙе тыйҙылар...

“Вечный зов” киноһы төшөрөлгән данлыҡлы Белорет күпере яҙмышы көҙ хәл ителәсәк. Был турала Башҡортостан ҡалалары үҫеше институты вәкилдәре хәбәр итә.
Әле тикшереү эштәре бара. Һуңынан күперҙе тергеҙеүҙең ике варианты тәҡдим ителәсәк.
“Ике вариант та Башҡортостан Хөкүмәте һәм Белорет халҡы хөкөмөнә сығарыласаҡ. Күпер яҙмышына бәйле ҡарар быйыл көҙ ҡабул ителәсәк”, - тиелә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Белорет ҡалаһы янында быуа аша һалынған оҙон ағас күперҙе үткән быуаттың 30-сы йылдарында металлургия комбинаты төҙөгән һәм аҙаҡ тәртиптә тотҡан булған.
Оҙонлоғо 550 метрлыҡ күпер һуңынан хужаһыҙға әйләнгән. Аҙаҡҡы бер нисә йылда уның аша үтеүҙе тыйҙылар. Күперҙең һаҡланған элементтарын реконструкция уҙғарғанда ҡулланыу өсөн консервациялап ҡуйҙылар.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас